Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАМСЫҒОРТТАР

Просмотров: 1531

ҠАМСЫҒОРТТАР, трихоцефалдар (Trichocephalus), Trichocephalida отрядының нематодалар заты. Бөтә Ер шары буйлап таралған. 62 төрө билдәле, Башҡортостанда — 4 төрө. Оҙонлоғо 3—8 см. Кәүҙәһе 2 өлөштән тора: ауыҙ ҡыуышлығы м‑н ҡыҙыл үңәс урынлашҡан алғы өлөш (оҙон һәм сәс рәүешле) һәм эсәктәр, енси ағзалар урынлашҡан артҡы өлөш. Йомортҡалары мискә формаһында, тупраҡҡа хужаһының экскременттары м‑н эләгә. Балағорттары йомортҡала 21—28 көн үҫә. Кеше — йыуылмаған йәшелсә‑емеш ашағанда, мал аҙыҡ һәм һыу аша зарарлана. Кеше эсәгендә балағорт бер айҙан енси яҡтан өлгөрә, малда — 45 көндән. Ҡ., кеше һәм имеҙеүселәр эсәгенең лайлалы тиресәһенә үтеп инеп, ҡан м‑н туҡлана. Трихоцефалёз ауырыуын тыуҙыра.

М.Ғ.Баянов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: