Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕРПЕТОЛОГИЯ

Просмотров: 919

ГЕРПЕТОЛОГИЯ (гр. herpeton — һөйрәлеүсе һәм ...логия), зоологияның ер‑һыу хайуандарын һәм һөйрәлеүселәрҙе өйрәнгән бүлеге. Ер-һыу хайуандары т‑дағы фән батрахология (гр. batrachos — тәлмәрйен һәм ...логия) тип атала. Г. ер-һыу хайуандары һәм һөйрәлеүселәрҙең систематикаһы, морфологияһы, анатомияһы, физиологияһы, зоогеографияһы, генетикаһы, эволюцияһы, этологияһы, палеонтологияһы, экологияһын һәм уларҙы һаҡлау мәсьәләләрен өйрәнә. Башҡортостандың герпетофаунаһы хаҡындағы тәүге мәғлүмәттәрҙе (ер-һыу хайуандарының 9 һәм һөйрәлеүселәрҙең 8 төрө т‑да) 1942 й. П.А.Положенцев һәм М.Ғ.Ханисламов баҫтырып сығара. 60‑сы йй. аҙ. алып Башҡорт дәүләт университетында һөйрәлеүселәрҙең ареалдары, биологияһы һәм экологияһы, ер-һыу хайуандарының гельминттары (Г.Р.Йомағолова, В.Ф.Хәбибуллин), 70‑се йй. аҙ. — Педагогия университетында һуң кайнозой ҡаҙылдыҡ ер-һыу хайуандары һәм һөйрәлеүселәре (Т.И.Яковлева), 90‑сы йй. аҙ. Көньяҡ Урал ҡурсаулығында ер-һыу хайуандары фаунаһы һәм экологияһы (Р.Ғ.Байтирәков) өйрәнелә. 70‑се йй. Ҡазан ун‑тында респ. көнбайыш райондарында йәшәгән һөйрәлеүселәр һәм ер-һыу хайуандары төрҙәренең таралыуы һәм экологик үҙенсәлектәре тикшерелә (В.И.Гаранин).

Әҙәб.: Положенцев П.А., Ханисламов М.Г. К вопросу о фауне амфибий и рептилий Башкирской АССР //Труды Башкирского сельскохозяйственного института. Уфа, 1942. Т.3; Гаранин В.И. Земноводные и пресмыкающиеся Волжско-Камского края. М., 1983.

В.Ф.Хәбибуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019