Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛА ҠАҘ

Просмотров: 971

АЛА ҠАҘ (Anser anser), ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла һәм Африканың Урта диңгеҙ ярҙарында таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 75—90 см, ауырлығы 2,1—4,5 кг (һирәк — 6 кг тиклем), ҡанаттарының ҡоласы 150—180 см. Ҡауырһын ҡапламы аҡһыл һоро, ҡорһағы ваҡ ҡара таплы. Башы бәләкәй, маңлайында арҡыры аҡ һыҙат бар. Суҡышы йыуан, тоноҡ алһыу, осо аҡ. Муйыны оҙон. Аяҡтары асыҡ ҡыҙыл. Ҡамыштан, ҡаты үлән һабаҡтарынан һ.б. ҡалҡыулыҡтарҙа, түңгәктәрҙә оя ҡора, төбөнә япраҡ, үлән, мамыҡ түшәй. 2—10 аҡ йәки һарғылт аҡ йомортҡа һала. Инә ҡош 27—28 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Һыуҙа һәм уның тирәһендә үҫкән үҫемлектәр менән, көҙөн башлыса бойҙай, борсаҡ, һоло, ҡарабойҙай һ.б. культуралы үҫемлек орлоҡтары менән туҡлана. Ҡамышлы күлдәрҙә, үлән баҫҡан ҡылылы һәм һаҙлыҡлы киң һыубаҫар йылға туғайҙарында осрай. БР‑ҙа башлыса Баймаҡ, Благовещен, Учалы, Шаран, Әбйәлил райондарында һәм Ағиҙел, Кама йй. араһында киң таралған.

Ә.Ф.Мәмәтов, М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Р.Й.Мәхийәнова

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.10.2022
Связанные статьи: