Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАҘҘАР

Просмотров: 1302

ҠАҘҘАР, ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡоштар. 30 төрө билдәле, Европала, Азияла, Төньяҡ Америкала һәм Африкала таралған. БР‑ҙа 8 төрө осрай (аҡ маңлайлы ҡаҙ, аҡ ҡаҙ, сыбар ҡаҙ, ала ҡаҙ, аҡ яңаҡлы ҡаҙ, этала ҡаҙ, ҡара ҡаҙ; сәңкелдәк ҡаҙ). Кәүҙә оҙонлоғо 60—100 см, ауырлығы яҡынса 6 кг. Төҫө һорғолт көрәндән алып ҡара көрәнгә тиклем. Суҡышы ҙур, күпселек төрҙәрҙең суҡыш төбө йыуан. Аяғы йөҙөүгә ҡарағанда атлап йөрөүгә нығыраҡ яраҡлашҡан. Енси диморфизм хас: ата ҡаҙҙар ҙурыраҡ. Моногам. Ояны ерҙә ҡора. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, 1—10 аҡ, һарғылт аҡ йәки алһыу төҫмөрлө асыҡ һары төҫтәге йомортҡа һала. Инә ҡош 24—28 көн баҫа, ата ҡаҙ һәр ваҡыт оя янында була. Үҫемлек менән туҡлана. БР‑ҙа ала ҡаҙ оя ҡора, башҡа төрҙәре йылы яҡҡа осоп китеү, ҡайтыу ваҡытында осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән төрҙәренән башҡа, Ҡ. спорт һунары объекты булып тора. Этала Ҡ. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов, М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.12.2022
Связанные статьи: