Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘРМӘКӘЙ РАЙОНЫ

Просмотров: 1893

ЙӘРМӘКӘЙ РАЙОНЫ, БР‑ҙың көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡта — Туймазы, көнсығышта — Бәләбәй, көньяҡ‑көнбайышта — Бишбүләк р‑ндары, көнбайышта Ырымбур өлк. һәм ТР м‑н сиктәш. 1935 й. 31 ғин. БАССР‑ҙың Бәләбәй, Бишбүләк, Туймазы р‑ндарын (ҡара: Административ район) эреләтеү һөҙөмтәһендә ойошторола. 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Бәләбәй р‑нына инә. 1968 й. 13 дек. яңынан ойошторола. Майҙаны — 1436 км2. Адм. үҙәге — Йәрмәкәй а., Өфөнән көньяҡ‑көнбайышҡа 219 км, Приют т. юл ст. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 31 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 43,7; 1959 — 29,9; 1989 — 18,2; 2002 — 18,2; 2010 — 17,2. Милли составы: башҡорттар — 28,6%, татарҙар — 36,4%, сыуаштар — 14,5%, урыҫтар — 11,8%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 11,9 кеше/км2. Районда 13 ауыл советы, 51 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Йәрмәкәй (3,9 мең кеше), Спартак (0,9 мең), Рәтамаҡ (0,8 мең) ауылдары. Район Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан. Рельефы арҡалы‑убалы, йырындар һәм һыҙалар м‑н йырғыланған. Район терр‑яһы Татар көмбәҙенең ситке зонаһында ята. Район терр‑яһында кирбес‑черепица сеймалы сығанаҡтары: ҡомло балсыҡ (Яңы Николаевка, Яңы Николаевка II, Рәтамаҡ), ҡом‑ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Рәтамаҡ), нефть ятҡылыҡтары (Шкапов нефть ятҡылығы, Знаменка, Сүлле һ.б.), ер аҫты һыуҙары ятҡылыҡтары (Һыуыҡҡул) бар. Климаты континенталь, уртаса дымлы. Уртаса йыллыҡ т‑ра 2,5°C, ғин. уртаса т‑ра ‑14,5°C, июлдә 19°C. Абс. макс. т‑ра 39°C, абс. миним. т‑ра ‑45°C. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 500—550 мм, йылы осорҙа 350—400 мм. Гидрографик селтәрҙе Тарҡаҙы, Рә, Ҡыйҙаш, Стивинзя ҡушылдыҡтары м‑н Ыҡ й. барлыҡҡа килтерә. Йыуылған, типик һәм ҡалдыҡлы карбонат ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә, ҡараһыу һоро һәм һоро урман тупрағы ла осрай. Киң япраҡлы һәм ҡайын урмандары таралған. Терр‑яһының 13%‑ын урман биләй. Ландшафы дала, антропоген; терр‑яһының күпселек өлөшө һөрөлгән. Хайуандар донъяһы дала төрҙәренән тора. Кожай‑Максим а. эргәһендәге ҡарағай урманы — тәбиғәт ҡомартҡыһы. 2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 118,7 мең га (дөйөм майҙандың 83%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр— 56,8, сабынлыҡтар — 14,1, көтөүлектәр — 35,8; урмандар майҙаны — 17,8, ер өҫтө һыуҙары — 0,4. Район Урал алды дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [4 АХПК, 21 ЯСЙ, 60 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтереүгә, ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Сусҡасылыҡ, умартасылыҡ үҫешкән. Район терр‑яһында урман хужалығы бар. “Башнефть‑Добыча” ЯСЙ, “Башнефть” ААЙ нефть ятҡылыҡтарын үҙләштерә. “Сельэнерго” ЯСЙ, “Сельхозтехника” ЯСЙ, икмәк бешереү комб‑ты, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Куйбышев т. юлы (Абдулла—Өфө участкаһы), Бәләбәй—Йәрмәкәй—Приют, Октябрьск—Йәрмәкәй автомобиль юлдары үтә. Й.р. көнбайыш иҡтисади төбәккә инә. Районда ПУ, 24 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 9‑ы — урта мәктәп, 11 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар муз. һәм сәнғәт мәктәптәре, балалар ижад йорто, ДЮСШ; үҙәк район дауаханаһы, 5 амбулатория, 28 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, “Шишмәкәй” балалар һауыҡтырыу лагеры; мәҙәниәт йорто, 26 клуб учреждениеһы, 24 китапхана, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. 5 халыҡ үҙешмәкәр сәнғәт коллективы һәм “Ручеёк” өлгөлө балалар театр коллективы эшләй. “Етегән” (башҡ. телендә) ҡушымтаһы м‑н урыҫ һәм татар телдәрендә “Ермекеевские новости” гәз. сыға. 

Ғ.Ә.Ғафаров

Тәрж. Л.Р.Шәрипова

Карта района

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019