Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘРМӘКӘЙ, ауыл, Йәрмәкәй р‑нының үҙәге

Просмотров: 1056

ЙӘРМӘКӘЙ, ауыл, Йәрмәкәй р‑нының (1935—63 йй. һәм 1968 й. алып) һәм Йәрмәкәй а/с үҙәге. Өфөнән К.‑Көнб. 235 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 31 км алыҫлыҡта, Бәләбәй— Йәрмәкәй—Приют, Октябрьский— Йәрмәкәй автомобиль юлдарында, Рә й. буйында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 1,5; 1920 — 2,0; 1939 — 2,4; 1959 — 2,6; 1989 — 3,5; 2002 — 4,2; 2010 — 3,9. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). ПУ, урта һәм балалар музыка мәктәбе, 2 балалар баҡсаһы, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, мәҙәниәт йорто (4 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы, ш. иҫ. “Йәрмәкәй”), балалар китапханаһы, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәсет бар. Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы Әбделкәрим а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1742 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Йәрмәкәй Һөйөндөков (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Йәрмәк Бәйкәшев) исеме м‑н аталған. 1749 й. бында керҙәш башҡорттар, 18 б. аҙ. — ш. уҡ улустың Исламбаҡты а. татарҙары (дәүләт крәҫтиәндәре) килеп ултыра. 1795 й. 11 йортта 59 кеше йәшәгән, 1865 й. Й. (Бәйкәй) исеме м‑н теркәлгән, 140 йортта — 749 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Улус идараһы урынлашҡан, мәсет, училище, 4 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; ауылда улус идараһы урынлашҡан була. Ф.Ғ.Ғиләжев, А.Х.Ғәлләмов, Г.М.Золоева, Э.А.Имелбаева, З.М.Йәнекәева, М.Х.Садиҡова ошо ауылда тыуған.

Ғ.Ә.Ғафаров, Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019