Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДУПЛАУ

Просмотров: 1053

ДУПЛАУ, тире эшкәртеү, тире, күн эшкәртеү производствоһындағы төп процестарҙың береһе; коллаген (ҡыл һәм тире аҡһымы) молекулаларын дуплау матдәләре ярҙамында химик бәйләнештәр һәм арауыҡлы структуралар төҙөп бәйләү. Дуплау алдынан сеймалды беренсел эшкәртәләр (ебетәләр, көлләйҙәр, йөндән таҙарталар). Төрлө тәғәйенләнешле тире эшләү өсөн ярашлы дуплау матдәләрен ҡулланалар һәм процестың технологик параметрҙарын (т‑раны һәм эшкәртеүҙең ваҡыт оҙайлығын, мөхиттең рН күрһәткесен, дуплау матдәләренең айырым компоненттарын индереү тәртибен) үҙгәртәләр. Дуплау матдәләре итеп органик булмаған (алюмин, хром, титан һәм цирконий тоҙҙары), тәбиғи органик (танниндар, диңгеҙ хайуандарының майҙары) һәм синтетик (ябай альдегидтар; үҫемлек танниндарының аналогтары — синтандар) берләшмәләрҙе файҙаланалар. Д. күнгә һығылмалылыҡ, һуҙыуға ныҡлыҡ бирә, ферментатив, микробиологик, химик тәьҫирҙәргә сыҙамлы итә, формаһы боҙолоуын кәметә, киптергәндә күҙәүлелеге һаҡланып ҡалыуға булышлыҡ итә; тиренең структураһын, һығылыусанлығын һәм йөнөнөң еүешләнеү үҙенсәлеген яҡшырта һ.б. 16 б. тиклем Башҡортостан халҡы тирене хайуандарҙан алынған органик матдәләр м‑н эшкәрткән, төтөн м‑н ыҫлаған, һуңыраҡ ш. уҡ минераль дуплау матдәләре һәм танниндар файҙалана башлағандар (ҡара: Күн эше). 19 б. алып ҙур булмаған күн заводтарында ағас ҡабығының (имән, тал һ.б.) һыу экстракттары м‑н дуплағандар. 20 б. 20‑се йй. 2‑се ярт. барабан һәм ҡабыҡ һуты ысулы үҙләштерелгән. 30‑сы йй. уртаһынан башлыса имән экстракттары, 40‑сы йй. уртаһынан синтандар (антрацен һәм фенол нигеҙендә) ҡулланғандар; уларҙы етештереү Башҡ‑н дуплау экстракттары з‑дында (ҡара: “Дубитель”) үҙләштерелгән. 50‑се йй. башлап хром тоҙҙарын ҡулланып Д. (хромлап Д.) өҫтөнлөк алған (Октябрьский күн аяҡ кейеме комбинаты, Стәрлетамаҡ күн аяҡ кейеме комбинаты). 90‑сы йй. уртаһынан аяҡ кейеме һәм эйәр‑йүгән күнен иләү өсөн бер үк ваҡытта хром, алюмин тоҙҙары һәм синтандар файҙаланылған ҡатнаш Д. ысулы ҡулланыла. Шулай уҡ ҡара: Тире.

Әҙәб.: Кунакова Р.В., Краснопёрова М.В. Развитие производства натуральных кож в России. Уфа, 2005.

Р.Әәйнуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: