Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДӘҮЛӘТОВ Әхмәт Сәғәҙәтгәрәй улы

Просмотров: 1071

ДӘҮЛӘТОВ Әхмәт Сәғәҙәтгәрәй улы [10.8.1898, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яңауыл а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 8.8.1974, Өфө], хирург. Мед. ф. д‑ры (1965), проф. (1965). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1967), РСФСР‑ҙың (1958) һәм БАССР‑ҙың (1943) атҡ. табибы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Томск ун‑тын тамамлағандан һуң (1924) БАССР‑ҙың участка дауаханаларында, 1932 й. алып (өҙөклөк м‑н) БДМИ‑ла (1952—70 йй. дөйөм хирургия каф. мөдире) эшләй. 1941 й. 1741‑се эвакуация госпиталендә хирург, 1942 й. башлап 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия див. мед.-санитария эскадронының хирургия взводы ком., 1945—46 йй. БАССР Һаулыҡ һаҡлау ХК‑ның бүлек начальнигы. Фәнни хеҙмәттәре үт ҡыуығы һәм йыуан эсәк шештәре ауыауырыуҙарын хирургик дауалау проблемаларына арналған. Д. тоҙ к‑таһының шыйыҡ эретмәһе ярҙамында операция алдынан хирург ҡулын эшкәртеү һәм яра инфекцияһын иҫкәртеү, паренхиматоз ағзалар зарарланғанда һәм көпшә һөйәк һынғанда ҡанды туҡтатыу өсөн плацентар туҡыма ҡулланыу алымдарын, тура эсәктә яман шеш булғанда эвагинацион резекция ысулын эшләй һәм дауалау практикаһына индерә. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1‑се (1945) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1970), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә 10‑сы лицейға Д. исеме бирелгән; Д. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Х е ҙ м.: Русско-башкирско-латинские медицинские термины. Ч.1. Уфа, 1935 (авторҙ.).

Әҙәб.: Слава башкирских конников. Уфа, 2005.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: