ДАУЫТОВА Земфира Әхиәр ҡыҙы
ДАУЫТОВА Земфира Әхиәр ҡыҙы (11.11.1955, Октябрьский ҡ.), офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (2000). БР‑ҙың атҡ. табибы (2004), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1999). БДМИ‑ны тамамлаған (1979). 1980 й. алып Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда эшләй: 1993 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 2001 й. — дир. урынбаҫары, 2002 й. — бүлек етәксеһе, бер үк ваҡытта 1999—2006 йй. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш офтальмологы. 2008 й. алып “Татнефть” ААЙ һәм Әлмәт ҡ. мед.‑санитария бүлегенең бүлек мдире, 2011 й. — С.‑Петербург дипломдан һуң белем биреү мед. акад. офтальмология клиникаһы мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге механик травмалар һәм химик бешеү ваҡытында антибактериаль, бешеүгә ҡаршы һәм яраларҙы уңалтҡан дарыу препараттары ярҙамында күреү ағзаларын дауалау ысулдарын эшләүгә арналған. Д. ҡатнашлығында азидарег һәм керакол препараттары эшләнә һәм дауалау практикаһына индерелә. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 22 уйлап табыу авторы.
Хеҙм.: Распространённость близорукости у детей, проживающих в южных районах Республики Башкортостан //Российская педиатрическая офтальмология. 2010. №1 (авторҙ.).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина