Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДЕРМАТОГЛИФИКА

Просмотров: 1116

ДЕРМАТОГЛИФИКА (дермато... һәм гр. glypho — һырлайым, гравёрлайым), ус һәм табандың тире рельефын өйрәнеү; антропология ысулдарының береһе. Дерматоглифик тикшеренеүҙәр папилляр һыҙыҡтар һәм биҙәктәрҙең билдәле бер үҙенсәлектәренә нигеҙләнә: йәшкә ҡарап һәм тирә‑яҡ мөхит тәьҫиренән үҙгәрмәй, индивидуаль вариабеллек м‑н айырыла, уң‑һул, енес һәм терр. айырымлыҡтарҙы асыҡларға мөмкинлек бирә, уларҙың күп үҙенсәлектәре нәҫел б‑са тапшырыла. Д. мәғлүмәттәре криминалистикала, хәрби һәм суд медицинаһында, клиник медицинала (ҡайһы бер нәҫелдән килгән хромосома ауырыуҙарын диагностикалау өсөн) һ.б. файҙаланыла. Медицина университетында 20 б. 60—70‑се йй. сирингомиелия һәм нәҫелдән килгән нервы-мускул ауырыуҙары м‑н сирләгән кешеләрҙең усындағы һырҙар үҙгәреше нервы системаһының зарарланыу дәрәжәһенә бәйле булыуы асыҡлана (Ф.М.Байбаҙарова, Н.А.Борисова, Р.В.Мәғжәнов һ.б.). БАССР‑ҙа һәм Силәбе өлк. үткән комплекслы антропологик экспедицияларҙа (1963— 65 йй. һәм 1967 й.) М.С.Акимованың дерматоглифик программалары б‑са тикшеренеүҙәр уҙғарыла (800‑ҙән ашыу ир‑ат өйрәнелә). Совет‑Финляндия мед.‑антропологик экспедицияһы барышында (1983) Р.М.Йосопов тарафынан Архангел, Илеш һәм Стәрлебаш р‑ндары (380‑дән ашыу кеше өйрәнелә), Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының комплекслы экспедицияларында (1997, 1999, 2002, 2004—06) Ҡурған өлк. Сафакүл һәм Әлмән р‑ндары (160‑тан ашыу кеше), Пермь крайының Барҙы р‑ны (300‑ҙән ашыу кеше), Ырымбур өлк. Александровка, Гай, Красногвардейский, Ҡыуандыҡ, Переволоцк һәм Яңы Сергиевка р‑ндары (250‑нән ашыу кеше), Һамар өлк. Оло Глушица һәм Оло Черниговка, Һарытау өлк. Перелюб һәм Пугачёв р‑ндары (200‑гә яҡын кеше) башҡорттары тикшерелә. Д. мәғлүмәттәре башҡорттарҙың антропологик составының (ҡара: Антропологик типтар) төрлө булыуы т‑дағы һығымталарҙы дәлилләй: иң ҙур айырмалыҡтар төньяҡ‑көнбайыш, Урал аръяғы һәм көньяҡ‑көнсығыш төркөмдәр араһында асыҡланған. Төп антропологик билдәләре б‑са башҡорттар Волга буйы, Себер һәм Алтай халыҡтары араһында аралаш урынды биләй.

Әҙәб.: Долинова Н.А., Юсупов Р.М. Новые данные по дерматоглифике башкир //Антропология и популяционная генетика башкир. Уфа, 1987; Антропология башкир /М.А.Бермишева [и др.]. СПб., 2011.

Ф.М.Байбаҙарова, Р.М.Йосопов, Р.В.Мәғжәнов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: