Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОТАШТЫРҒЫС ТУҠЫМАНЫҢ ДИФФУЗИЯ АУЫРЫУҘАРЫ

Просмотров: 947

ТОТАШТЫРҒЫС ТУҠЫМАНЫҢ ДИФФУЗИЯ АУЫРЫУҘАРЫ аутоиммун һәм иммун комплекслы процестар үҫеше м‑н төрлө ағзалар һәм системалар шешеүенә, ш. уҡ артыҡ фиброздар барлыҡҡа килеүенә бәйле. Т.т.д.а. ревматоид артрит (ш. иҫ. ювениль), системалы ҡыҙыл сөсө ауырыуы (ҡара: Ауто аллергия ауырыуҙары), системалы склеродермия, дерматомиозит, ш. уҡ диффуз фасциит, ревматик полимиалгия, ҡабатланып торған полихондрит һәм панникулит инә. Т.т.д.а. үҫешенә нәҫелдән килгән бирешеүсәнлек, вирус инфекциялары һ.б. булышлыҡ итә. Киҫкен һәм хроник (йыш ҡабатланып һәм көсәйеп торған) формаларҙа үтә. Төп симптомдары: күп ағзаларҙа, системаларҙа тоташтырғыс туҡыма һәм тамырҙарҙың зарарланыуы; һәр ауырыуға үҙ клиник сағылышы хас. Диагностика лаб. (биохимик, иммунологик һынауҙар һәм тестар) һәм рентгенологик тикшереү мәғлүмәттәренә нигеҙләнә. Дауалау: медикаментоз (шешеүгә ҡаршы стероид булмаған дарыуҙар, глюкокортикостероидтар, анальгетиктар һ.б.), физиотерапевтик (ауыртҡан урынға аппликациялар, дауалау физкультураһы һ.б.), хирургик (быуындарға реконструктив операциялар, быуындың синовиаль тиресәһен ярыу һ.б.). Шифахана‑курорт һәм рекреация учреждениеларында һайлап дауаланыу тәҡдим ителә. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: васкулит, остеопороз, системалы сағылыштар (сираҡ тиреһендә сей яралар, йөрәк, күҙ, үпкә ауырыуҙары) һ.б. Иҫкәртеү: дауалау гимнастикаһы, вирус ауырыуҙарын үҙ ваҡытында дауалау һ.б. Башҡортостанда 100 мең кешегә Т.т.д.а. м‑н сирләгән ололар түбәндәгесә теркәлгән: 2007 й. — 56,9; 2009 — 64,5; 2011 — 53,9 кеше. БДМИ‑ла 20 б. 40—50‑се йй. башлыса эске ағзаларҙың (А.Я. Дегтярь, Е.М.Майргойз, Т.И. Перевозникова) һәм тиренең (М.Т.Бриль, Р.Э. Вевер, А.И.Картамышев, В.Ф.Татаринов, Г.Э.Шинский) зарарланыуы м‑н барған Т.т.д.а. дауалау б‑са, 60—70‑се йй. башлыса быуын зарарланыуы м‑н барған Т.т.д.а. дауалауҙа “Красноусол” (З.Н. Булыженкова, Л.Г. Миңлемөхәмәтова, А.Х.Түрйәнов) һәм “Янғантау” (Х.Х. Ганцева, Т.М. Йыһангиров, Ғ.Н.Тереғолов, Ш.И. Әхмәтйәнова) шифаханаларының дауалау факторҙарын ҡулланыу һөҙөмтәһе б‑са фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә; Т.т.д.а. шешеүгә ҡаршы стероид булмаған дарыуҙар файҙаланып дауалау ысулдары эшләнә һәм дауалау практикаһына индерелә (Р.Ә.Дәүләтшин, Р.Г. Камалова). Шулай уҡ ҡара: Генетика.

Әҙәб.: Г а н ц е в а Х.Х. Паротермальные ванны в лечении больных ревматоидным артритом. Сочи, 1987.

Х.Х.Ганцева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: