ДМИТРИЕВ Дмитрий Михайлович
ДМИТРИЕВ Дмитрий Михайлович (4.8.1961, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (2003). БР‑ҙың атҡ. табибы (2001). БДМИ‑ны (1984), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (1999) тамамлаған. 1985 й. алып — Өфөнөң 2‑се поликлиникаһында, 1987—2006 йй. (өҙөклөк м‑н) 18‑се дауаханаһында (1999 й. башлап баш табип) эшләй. 1995—99 йй. Өфөнөң Орджоникидзе р‑ны хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығында: бүлек мөдире, 1998 й. алып начальник. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡыҙыл үңәс, ашҡаҙан һәм бөйән эсәге ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау проблемаларына арналған. Д. аш һеңдереү юлдарының өҫкө бүлектәре ауырыуҙарын эндоскоп ярҙамында диагностикалау, хирургик дауалау ысулдарын эшләп, дауалау практикаһына индерә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 5 уйлап табыу авторы. БР Дәүләт Йыйылышының 3‑сө саҡырылыш депутаты.
Хеҙм.: Эндоскопические методы диагностики и лечения болезней пищевода и кардии. Нефтекамск, 2000 (авторҙ.); Новые подходы выполнения симультанных операций в абдоминальной хирургии. Уфа, 2001 (авторҙ.); Выбор метода имплантационной герниопластики при вентральных грыжах. Уфа, 2005 (авторҙ.).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина