Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕГОРОВ Валерий Борисович

Просмотров: 1209

ЕГОРОВ Валерий Борисович (25.10.1959, Өфө), инфекционист. Мед. ф. д‑ры (2000). БДМИ‑ны тамамлаған (1983). 1984—86 йй. Өфөнөң 4-се инфекцион дауаханаһында эшләй. 1989 й. алып БДМУ‑ла (2000 й. башлап балалар инфекцион ауырыуҙары каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре балаларҙың вируслы гепатит һәм киҫкен респиратор ауырыуҙарын дауалау проблемаларына арналған. Е. гепатиттарҙың этиотроп, иммунитетты модуляциялаусы һәм гормональ терапияһы ысулдарын эшләй һәм дауалау практикаһына индерә. 190‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Хронические вирусные гепатиты. Уфа, 2005 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: