Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕМЕЛЬЯНОВ Николай Фёдорович

Просмотров: 1003

ЕМЕЛЬЯНОВ Николай Фёдорович (13.7.1892, Вятка губ. Шулка а. — ?), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (1938), проф. (1934). СССРҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1946). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Император Томск ун‑тын тамамлағандан һуң (1920) шунда уҡ эшләй, 1932 й. алып Киров санитария-бактериология ин‑тында бүлексә мөдире. 1935 й. башлап Өфөлә: БДМИ‑ның дөйөм гигиена каф. мөдире (бер үк ваҡытта 1938 й. тиклем Башҡ‑н өлкә санитария-бактериология ин‑тында бүлек мөдире, 1940—42 йй. һәм 1944—45 йй. БДМИ деканы, 1938—44 йй. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында уҡыта). 1952 й. алып акад. И.П.Павлов ис. Рязань мед. ин‑тының дөйөм гигиена каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге сәнәғәт пр‑тиеларының санитаргигиеник торошон, кеше организмына хеҙмәт, көнкүреш шарттары, курорт һәм климат факторҙары тәьҫирен өйрәнеүгә арналған. 40‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Өфө фәнни гигиена йәмғиәтен ойоштороусы һәм уның рәйесе (1939—52).

Хеҙм.: Краткое пособие для дезинфекторов и дезинструкторов. М., 1945.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: