Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕКАТЕРИНБУРГ ӨЙӘҘЕ

Просмотров: 1015

ЕКАТЕРИНБУРГ ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Пермь наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Себер губ. Тубыл провинцияһының көнбайыш өлөшө инә. 1796 й. алып — Пермь губернаһы, 1919 й. башлап Екатеринбург губернаһы составында. 19 б. аҙ. төньяҡта — Пермь губ. Верхотур өйәҙе, төньяҡ-көнсығышта — ш. уҡ губ. Эрбет өйәҙе, көнсығышта — ш. уҡ губ. Ҡамышлы өйәҙе, көньяҡкөнсығышта — Шадринск өйәҙе, көньяҡта — Силәбе өйәҙе һәм Златоуст өйәҙе, көнбайышта — Красноуфимск өйәҙе, төньяҡ-көнбайышта Пермь губ. Көңгөр өйәҙе м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Екатеринбург ҡалаһы. Майҙаны — 27402,2 км2 (1897). Халҡы: 1795 й. 87919 кеше (ш. иҫ. башҡорттар — 5038), 1897 й. — 412296 (башҡорттар — 8583, мишәрҙәр — 2983, татарҙар — 1253, урыҫтар — 398177 һ.б.). 19 б. аҙ. өйәҙҙә 375357 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 26778, дворяндар — 4320, сауҙагәрҙәр — 1237 һ.б.; мосолмандар — 12856, православие динендәгеләр — 381645 (ш. иҫ. 16552 старообрядсы) һ.б. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәндән һуң өйәҙ терр‑яһында 2‑се башҡ. кантоны ойошторола. 1898 й. Е.ө. 6 стан, 59 улус була. Халҡы башлыса игенселек м‑н шөғөлләнгән. 20 б. башында башҡорттарҙың күпселеге Ҡараболаҡ, Күлмәк һәм Һары улустарының 37 торама пунктында йәшәй. Белембай заводы, Кәҫле заводы, Ҡыштым заводтары, Өпәле заводтары, Рәүҙе заводы, Сысәрт заводы, Төньяҡ заводы, Шайтан заводтары, Ялан заводы һ.б. эшләй. Өйәҙ аша Пермь т. юлы үтә: Пермь—Екатеринбург (1878), Екатеринбург—Тура (1885), Екатеринбург—Силәбе (1896), Пермь—Көңгөр—Екатеринбург (1909) участкалары. 108 сиркәү, 19 мәсет була (1870). 1919 й. Е.ө. бер өлөшө Арғаяш кантоны составына инә. Өйәҙ 1923 й. бөтөрөлә, терр‑яһы Урал өлкәһе составына инә.

Әҙәб.: Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897. Т.31. Пермская губерния. СПб., 1904; Список населённых мест Пермской губернии: Екатеринбургский уезд. Пермь, 1909.

Е.Н.Шумилов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.07.2023