Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГИДРОТЕХНИК ҠОРОЛМАЛАР

Просмотров: 1460

ГИДРОТЕХНИК ҠОРОЛМАЛАР, һыу ресурстарын файҙаланыу, тирәҡ мөхитте һыу стихияһының һәләкәтле йоғонтоһонан һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән инженер ҡоролмалары. Дөйөм тәғәйенләнешле Г.ҡ.: һыуҙы үткәрмәй, тотоп тороусы (плотиналар, дамбалар һ.б.), һыу үткәреүсе (каналдар, гидротехник туннелдәр һ.б.), көйләүсе (быуалар, кәртәләүсе валдар һ.б.), һыу ағыҙғыс, һыу алыу ҡоролмалары; махсус Г.ҡ.: һыу транспорты өсөн (суднолар йөрөү өсөн шлюздар, причалдар һ.б.), гидроэнергетик (ГЭС биналары, һыу баҫымын күтәреү бассейндары һ.б.), гидромелиоратив (һуғарыу, киптереү каналдары, дренаж системалары һ.б.; ҡара: Дренажлау), һыу үткәреү‑канализация (насос станциялары, һыу баҫымын күтәреү башнялары һәм резервуарҙары, һыу һыуытыу быуалары һ.б.), балыҡсылыҡ (балыҡ үткәүелдәре, балыҡ үрсетеү быуалары). Ҡайһы бер осраҡта дөйөм һәм махсус тәғәйенләнешле Г.ҡ. бер комплексҡа берләштерелә (мәҫ., берләштерелгән һыу ағыҙғыс һәм ГЭС бинаһы). Башҡортостанда тәүге Г.ҡ. (завод быуаһы плотиналары) 18 б. төҙөлә (ҡара: Тау сәнәғәте). 20 б. башында Өфө губернаһында Г.ҡ. һалыу 170‑тән ашыу объектта алып барыла, ш. иҫ. 19 быуа, 58 ҡоҙоҡ, 19 шишмә каптажы төҙөлә. Башҡортостандың Урал аръяғында баҡыр иретеү заводтары ихтыяжы өсөн торф һаҙлыҡтарын киптерә торған гидромелиоратив Г.ҡ. төҙөлә. 1913 й. Өфө губерна земство башҡармаһы эргәһендә гидротехник бүлек асыла. Респ. төрлө тәғәйенләнешле 120‑нән ашыу һыуһаҡлағыс һәм 350 быуа (2010), а.х. ерҙәрен, халыҡ йәшәгән урындарҙы, нефть промыслаһы терр‑яларын һыу баҫыуҙан һаҡлау өсөн ҡоролған 200 км ашыу дамба бар. Г.ҡ. проектлауҙы “Башгипроводхоз” ин‑ты башҡара. Уның проекттары б‑са Өфөнөң Көньяҡ һыу алғысы янында ярҙы нығытыу эштәре башҡарыла, Йылайыр р‑ны Йылайыр һәм Белорет р‑ны Тирлән аа. ГЭС‑тар төҙөлә һәм башҡалар. Г.ҡ. төҙөүҙе һәм файҙаланыуҙы “Башмелиоводхоз” идаралығы (2003 й. “Башводмелиорация” ДУП‑ы нигеҙендә ойошторола) алып бара, ул “Башкирэнерго” ААЙ м‑н берлектә бәләкәй ГЭС‑тар төҙөү б‑са респ. программаһын тормошҡа ашыра. Шулай уҡ ҡара: Гидромелиорация.

Әҙәб.: Краткая история развития мелиорации и водного хозяйства Республики Башкортостан. Уфа, 2004.

Э.И.Мөлөков, М.Х.Әбләзов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: