Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДРЕНАЖЛАУ

Просмотров: 1231

ДРЕНАЖЛАУ, ҡоролмаларҙы һәм ауыл хужалығы ерҙәрен киптереү, ер өҫтө һәм ер аҫты һыуҙарының ағыуын һәм оптималь кимәлдә тороуын булдырыу саралары (архитектура-планлаштырыу, төҙөкләндереү, конструктив, мелиорация һәм гидротехника) комплексы. Конструктив үҙенсәлектәре б‑са вертикаль, горизонталь һәм ҡатнаш Д.; асыҡ (ер өҫтө) һәм ябыҡ (ер аҫты), мәжбүри (һыуҙы электр насостары ярҙамында ағыҙыу) Д. бүленә. Ҡоролмаларҙы ябыҡ Д. ҡатламлы (һыуҙы ҡатламдың периметры буйлап һалынған дренаж торбалары аша ебәреү өсөн бөтә ҡоролма аҫтына ваҡ таш түшәлә), стена буйындағы (ҡыуышлыҡтарҙы күмгәнгә тиклем һыу дренаж селтәренә йүнәлтелә, ер аҫтындағы стеналар рулонлы синтетик материал м‑н ҡаплана), ҡулсалы (дреналар ҡоролманың тышҡы периметры буйлап урынлаштырыла), нурҙар рәүешендә (әҙер терр‑яларҙа горизонталь скважиналар яһала), бер йүнәлеш һыҙығында (дренаж торбалары һуҙылған объекттарҙың — юлдар, галереялар, тоннелдәрҙең буйына һалына), торбалы (һыу үткәргес торбалар юл полотноһының эсендә арҡыры һалына) төрҙәренә бүленә. Һыубаҫар яр буйы терр‑яларында тәүҙә алдан билдәләп ҡуйылған иң бейек һыу кимәленән 0,5 м кәм булмаған бейеклеккә тиклем, йыуҙырып килтереп, тупраҡ өйөлә. 1819 й. В.И.Гесте тарафынан әҙерләнгән Өфөнө планлаштырыу проекты ҡаралтыларҙың (ш. иҫ. Каруанһарай), бейек яйлала ятҡан терр‑яларҙан һыуҙың тәбиғи рәүештә ағып төшөүен булдырыуҙы иҫәпкә алып, рациональ урынлаштырылыуын күҙ уңында тота. Д. ҡала төҙөлөшөндә киң ҡулланылыш ала. Ябыҡ Д. — ҡойма ямғыр канализацияһын төҙөгәндә (керамика, тимер‑бетон, асбест-цементтан һ.б. яһалған дренаж торбаларын ҡулланып); ябыҡ ҡатламлы Д. — автомобиль юлдарын яңыртҡанда (ш. иҫ. “Туймазытекс” ЯАЙ етештергән синтетик материалдарҙы файҙаланып), ш. уҡ Каруанһарайҙы яңынан төҙөгәндә; ябыҡ ҡатламлы мәжбүри Д. ер аҫты һыуҙарының кимәле юғары булған шарттарҙа Өфөлә ике торбалы автоюлдар тоннелен, Өфөләге “ТЭЦ-5” ойошмаһында көсөргәнешле эшләгән ҡаҙанлыҡ бинаһын һ.б. объекттарҙы төҙөгән ваҡытта файҙаланыла. Сипайлов биҫтәһендә (Өфө) тәүҙә яҡынса 7 м ҡалынлыҡтағы ҡомло тупраҡ йыуҙырып өйөлгән.

Ауыл хужалығы ерҙәрен Д. киптереүсе (артыҡ дымланған тупраҡты киптереү өсөн) һәм тоҙһоҙландырыусы (ҡоро зоналарҙа тупраҡтың тоҙланыуына ҡаршы көрәшеү өсөн) төрҙәргә бүленә. Артыҡ дымланыуҙың урындағы сәбәптәре рельефтың үҙенсәлектәренә, ер өҫтөнөң тәбиғи дренажланыу дәрәжәһенә, тупраҡты дымландырыуҙың гидрологик (һыу баҫыу, һыу килеү), гидрогеологик (ер аҫты һыуҙарының ерҙе дымландырыуҙа ҡатнашыуы) шарттарына бәйле. А.х. ерҙәрен Д. ысулдары дымландырыуҙың тибына бәйле: атмосфера яуым‑төшөмө — ер өҫтөнән ағып китеүҙе тиҙләтеү (каналдар, тар үҙәктәр, ер өҫтөн тигеҙләү, агромелиорация) һәм тупраҡтың һарҡылған һыуҙы туплау һәләтен арттырыу, мәҙәнитехник эштәр; ер аҫты һыуҙары — һыу кимәлен кәметеү (каналдар, тәбиғи дреналарҙы тәрәнәйтеү, горизонталь асыҡ һәм ябыҡ Д. һ.б.); тау бите ағымдары — тау канауҙары, һаҡлағыс дамбалар, һыу ағымының үҙәнен көйләү; һыу баҫыу (ташҡын) — ташҡын һыу ағымының үҙәнен көйләү, вал яһау, һыуһаҡлағыс төҙөү; һыу баҫыу — кеше эшмәкәрлегенән ерҙең артыҡ дымланыуының сәбәптәрен бөтөрөү. 20 б. 60‑сы йй. башынан респ. а.х. ерҙәрен Д. б‑са проектлау-эҙләнеү эштәре “Башгипроводхоз” ин-тында, дренаж системаларын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү “Башмелиоводхоз” ДУП-ында алып барыла. 70‑се йй. а.х. ерҙәрен Д. респ. терр-яһының төньяҡ өлөшөндә (Балтас, Борай, Краснокама, Салауат һ.б. р-ндарҙа), башлыса көтөүлектәр һәм сабынлыҡтарҙа башҡарыла. Иглин, Бөрө, Белорет һ.б. р-ндарҙа һөрөнтө ерҙәрҙе киптереү б‑са эштәр алып барыла.

Әҙәб.: Пономаренко Ю.В., Анпилов В.Е. Лучевой дренаж застроенных территорий. М., 1989.

Э.И.Мөлөков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019