ЙӘЛДӘК ҠӘЛҒӘҺЕ
ЙӘЛДӘК ҠӘЛҒӘҺЕ, Йәлдәк ҡаласығы, Йәлдәк, 1736 й. Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Өфө й. уң ярында хәрби нығытма булараҡ нигеҙ һалына. Улус исеме м‑н аталған. Гарнизонды 50‑нән ашыу һалдат һәм 100 казак (ҡара: Казак ҡатламы), ш. иҫ. керәшен башҡорт һәм татарҙар, тәшкил иткән. 1773 й. 600‑ҙән ашыу кеше иҫәпләнгән (яҡынса 100 йорт). Халҡы башлыса игенселек м‑н шөғөлләнгән. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) осоронда халыҡтың күпселеге баш күтәреүселәргә ҡушыла. 19 б. 2‑се ярт. хәрби әһәмиәтен юғалта. 1866 й. Бөрө өйәҙенең Байҡы улусы Йәлдәк а. булараҡ теркәлгән; 83 йортта 415 кеше йәшәгән. 1906 й. 67 йортта 378 кеше, 1917 й. 85 йортта 527 кеше теркәлгән. 1906 й. мөгәзәй, 2 бакалея кибете, 2 баҙар, сиркәү, земство мәктәбе булған. 1924 й. алып Бөрө кантоны, 1930 й. — Байҡы районы (Йәлдәк ауыл советы үҙәге), 1932 й. – Ҡариҙел р‑ны, 1937 й. — Байҡыбаш районы составында. 1920 й. 88 йортта 536 кеше, 1939 й. 709 кеше йәшәгән. 1956–59 йй. Павловка һыуһаҡлағысы төҙөлөү сәбәпле, Йәлдәк халҡы башҡа ауылдарға күсеп ултырған (башлыса Байҡыбаш р‑ны Атамановка а.).
Тәрж. И.М.Аҡъюлов