Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАЗАН ДАРУҒАҺЫ

Просмотров: 1601

ҠАЗАН ДАРУҒАҺЫ, 16 б. һуңғы сирегендә Өфө өйәҙе, 18 б. башында Өфө провинцияһы, 1744 й. Ырымбур губернаһы составына ингән (ҡара: Даруға). 17 б. аҙағында төньяҡ‑көнсығышта — Уҫы даруғаһы, көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта — Нуғай даруғаһы, көнбайышта һәм төньяҡ‑көнбайышта Ҡазан өйәҙе менән сиктәш була. 1725—26 йй. Ҡ.д. 12 башҡ. улусы (7,8 меңдән ашыу хужалыҡ), 1775 й. 18 улус (Байлар, Бүләр, Гәрә, Дыуанай, Йылан, Йәлдәк, Йәнәй, Ҡаңлы, Ҡаршын, Ҡыпсаҡ, Ҡырғыҙ, Ҡыр‑Йылан, Надир, Ҫарылы‑Мең, Урман‑Гәрә, Һеңрән, Шәмшәҙе, Юрмый) ингән. Өйәҙҙәргә бүленгәндән һуң 1781 й. Ҡ.д. Боғорослан өйәҙе, Бөгөлмә өйәҙе, Бәләбәй өйәҙе, Минзәлә өйәҙеБөрө өйәҙенеңһәм Сергиевск өйәҙенең бер өлөшө ойошторола. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, Ҡ.д. тамам бөтөрөлә.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.08.2023