Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВЕТЛЯНКА IV

Просмотров: 839

ВЕТЛЯНКА IV, бронза быуаты һәм иртә тимер быуаттың археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡтың 2—3‑сө сиреге — 1‑се мең йыллыҡ аҙағына ҡарай. Ырымбур өлк. Ветлянка а. көньяҡ-көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Илек й. (Урал й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. 1982 й. Р.Б.Исмәғилев тарафынан асыла һәм 1982 — 83 йй. өйрәнелә (7 ҡурған), 1988 й. В.С.Горбунов һәм И.В. Денисов тикшерә (4). Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. Тупраҡ өйөп яһалған 21 ҡурғандан (диам. 8 — 25 м, бейеклеге 0,1 —1,2 м) тора. Сатыр тибындағы (“мәйеттәр йорто” тип атап йөрөтөлгән) ағас бағаналы конструкциялар табылған. Күпселек ҡәберҙәрҙең япмаһы, ҡоймаһы, бағана һәм һайғау таяуҙары, ҡайһыларының ер аҫты юлдары булған. Мәйеттәр ҡәбер соҡорҙарына салҡан йәки бөгәрләнгән килеш ҡабырғаға ятҡырып ерләнгән. Аҡбур, органик ҡалдыҡтар, күмер түшәлеүе асыҡланған. Парлап, бер нисә мәйет бергә, ш. уҡ өҫтө-өҫтөнә ерләнгән ҡәберҙәр осрай. Яндырыу йолаһы күҙәтелә. Ҡәбергә бронза айылдар, беләҙектәр, бысаҡтар һәм хәнйәрҙәр, муйынсаҡ бөртөктәре, таш суҡмарҙар, һөйәк һәм таш уҡ башаҡтары, таш муйынсаҡтар, керамика һалынған. Тәгәрмәс туғыны эҙе табылған. Ерләү йолалары һәм керамика б‑са ҡәберҙәр Абаш мәҙәниәте, Алакүл мәҙәниәте, Бура мәҙәниәте, Фёдоровка мәҙәниәте һәм Һынташты мәҙәниәтенә ҡарай. “Ветлянка тибындағы” 32 ҡәберле (ҡәберҙәрҙең төп өлөшө периметр б‑са урынлашҡан) соҡор м‑н уратып алынған ҡурған айырылып тора. Соҡор мәҙәниәтенә ҡараған 1 ҡәбер табылған. Тимер хәнйәр һәм бысаҡтар, керамика, быяла муйынсаҡтар һ.б. табылған 4 ҡурғандағы ҡәберҙәр Савромат мәҙәниәтенә һәм Сармат мәҙәниәтенә ҡарай. Ҡомартҡы б.э.т. 2‑се мең йыллыҡтың 1‑се ярт. Көньяҡ Уралдың дала һәм урман-дала төбәктәренә төрлө ҡәбиләләрҙең өҙлөкһөҙ күсеп ултырыуын, уларҙың тығыҙ бәйләнештә булыуын раҫлай. Ҡомартҡы материалдары БДПУ, БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалы, Стәрлетамаҡ музейы, Ҡаҙағстан Республикаһының Үҙәк дәүләт музейы (Алматы) фондтарында һаҡлана.

Әҙәб.: Г о р б у н о в В.С., Д е н и с о в И.В., И с м а г и л о в Р.Б. Новые материалы по эпохе бронзы Южного Приуралья. Уфа, 1990.

 

И.В.Денисов, Р.Б.Исмәғилев

Тәрж. Д.К.Үзбәков


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: