Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГИРОСКОП

Просмотров: 952

ГИРОСКОП (гр. gyreuo – әйләнәм, өйөрөләм һәм skopeo – ҡарайым, күҙәтәм), симметрия күсәре тирәһендә шәп әйләнеүсе, әйләнеү күсәре арауыҡта үҙенең йүнәлешен үҙгәртә алған ҙур массалы ҡаты есем. Әйләнеү күсәренең иреклеге 2 һәм 3 дәрәжәле, механик йәки шыйыҡлыҡлы роторлы, вибрацион, микромеханик, лазер, оптик-сүсле Г. һ.б. айыралар. Механик роторлы Г. аҫылмалары механик, ҡалҡыуыслы (шыйыҡлыҡлы), газлы, магнитлы йәки электростатик типта булырға мөмкин. Әйләнеү күсәрҙәре үҙ-ара перпендикуляр 2 рамканан (ҡулсанан) торған механик (карданлы) аҫылмалар киң таралған. Ирекле (3 дәрәжә иреклеге м‑н) Г. әйләнеү күсәренең башта бирелгән йүнәлешен үҙгәртмәйенсә һаҡлау үҙенсәлеге гироскоп приборҙарҙа объекттың тышҡы мөхит м-н бәйләнеше булмаған ваҡытта уның хәрәкәт итеү мөйөшө т‑да мәғлүмәт алыу өсөн файҙаланыла. Баллистик ракеталарҙы, йыһан аппараттарын, диңгеҙ караптарын, самолёттарҙы, торпедаларҙы һ.б. навигациялау, йүнәлеш биреү һәм уларҙың хәрәкәте м-н идара итеү өсөн гироскопик ҡоролмалар (гировертикаль, гирокомпас, гироорбитант, гироширот һ.б.); скважина, туннель һәм шахталарҙың арауыҡтағы торошон билдәләү (гироинклинометр, гиротеодолит); геофизик аппаратураны, аэрофотоаппараттарҙы горизонт яҫылығында тотороҡландырыу (гиростабилизаторҙар) һ.б. маҡсаттар өсөн гироскопик ҡоролмалар уйлап табыла. Миниатюр Г. автомобилдәрҙә, компьютерҙарҙа, мед. техникаһында, робот техникаһында, смартфондарҙа һ.б. ҡулланылыш таба. 20 б. 70‑се йй. башында Авиация техник университетында (В.П.Ильчанинов, В.Г.Терёшин) мәжбүри әйләндереү шарттарында эшләгән Г. үҙенсәлектәре һәм эксплуатациялау үҙенсәлектәре тикшерелә, мөйөшсә тотороҡландырыу һәм алыҫлыҡты коррекциялау системаһы эшләнә, ул ҡырынайыу б‑са шәп әйләнгән осоу аппараттарында файҙаланыла. 60-сы йй. алып Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә осоу аппараттары м-н автоматик рәүештә идара итеү системаларында файҙаланылған гироскопик ҡоролмалар етештерелә.

   Әҙәб.: Терёшин  В.Г. Основы механики гироскопов. Уфа, 1998.

В.Г.Терёшин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: