Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГАМАЮН МӘҘӘНИӘТЕ

Просмотров: 1301

ГАМАЮН МӘҘӘНИӘТЕ, бронза быуаты — иртә тимер быуаты археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 10—4 бб. ҡарай. Екатеринбург ҡ. янында Юғары Исәт быуаһы моронондағы Гамаюн тораһы исеме м‑н аталған. Башҡортостан терр‑яһында Г.м. ҡомартҡылары Ағиҙел й. үрге ағымында (Сабаҡты, Ташауыл торағы һ.б.) тупланған. Ауылдарҙа ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән торамалар булған. Соҡор, ҡойма м‑н уратып алынған ағас йорттар торлаҡ булып хеҙмәт иткән; һай нигеҙ соҡорло, каркаслы һәм бағана ҡоролмалар, ярым ер өйҙәр, ҡыуыш һәм чум кеүек ҡаралтылар билдәле. Керамика муйындары тыш яҡҡа ҡарай бөгөлгән тулҡынлы һыҙыҡтар, һырҙар, соҡорло биҙәк төшөрөлгән, ҡыя штамп эҙҙәре м‑н биҙәлгән һауыттарҙан ғибәрәт. Етештереү өсөн тәғәйенләнгән һауыттар осрай (металл иретеү һауыты). Бронзанан (айылдар, сулпылар, төймәләр), таштан (батырғыстар, уҡ башаҡтары һәм дротик башаҡтары, төйгөстәр, ҡырғыстар), һөйәктән (гарпундар, уҡ һәм һөңгө остары , тишкестәр) һәм балсыҡтан (орсоҡбаш, сулпылар, төймәләр) эшләнгән әйберҙәр табылған. Ерләү ҡомартҡылары асыҡланмаған. Г.м. б.э.т. 10—9 бб. Лозьва й. басс. (Обь й. басс.) һәм Тавда й. (Тубыл й. ҡушылдығы) үрге ағымында формалаша, б.э.т. 9—8 бб. Көньяҡ һәм Көнбайыш, Урта һәм Көньяҡ Урал аръяғында тарала. Б.э.т. 7 б. гамаюндарҙың бер өлөшө Ағиҙел й. үрге ағымы басс. үтеп инә. Г.м. ҡәбиләләре һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән (ваҡ мал һәм һыйыр малы, йылҡы үрсеткән). Баҡыр ҡойоу һәм тимер етештереү м‑н таныш булған. Гамаюн ҡәбиләләре Иткүл мәҙәниәте халҡы м‑н тығыҙ бәйләнештә була һәм улар тарафынан ассимиляцияға дусар ителә. Г.м. өйрәнеүселәр: В.А.Борзунов, Е.М.Берс, В.Д.Викторова, М.Ф.Косарев, К.В.Сальников һ.б.

Әҙәб.: Борзунов В.А. Зауралье на рубеже бронзового и железного веков (гамаюнская культура). Екатеринбург, 1992.

Н.С.Савельев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: