Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГАРИН МӘҘӘНИӘТЕ

Просмотров: 1454

ГАРИН МӘҘӘНИӘТЕ, энеолит бронза быуаты археологик мәҙә‑ ниәте. Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡтың 2‑се ярт. — 2‑се мең йыллыҡтың тәүге ярт. ҡарай. Пермь крайы Гарино а. янындағы торама исеме м‑н аталған. Башҡортостан терр‑яһында Г.м. ҡомартҡылары Ағиҙел й. һәм Кама й. түбәнге ағымында (Иҫке Нуғай ҡәберлеге, Кәкрекүл торамаһы, Сауыҙ торалары һ.б.) тупланған. Торамалар ҡалҡыулыҡтарҙа урынлашҡан. 2 яҡлы ҡыйыҡлы, үткәүелдәр м‑н тоташҡан күп камералы бүрәнә ярым ер өйҙәр торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Керамика үҫемлек ҡал‑ дыҡтары ҡушылған балсыҡтан яһалған һәм тешле штамп баҫып биҙәлгән йомортҡа рәүешендәге тар төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Таштан (дротиктар, һөңгөләр, уҡ башаҡтары) һәм металдан (бысаҡтар, сулпылар, беҙҙәр) эшләнгән әйберҙәр табылған. Ерләү ҡомартҡылары — ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр. Мәйеттәр, башлыса, салҡан йәки уң яҡ ҡабырғаға һалып, башы м‑н көньяҡ‑көнсығышҡа һәм көньяҡ‑көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Кремация йолаһы осрай.

Г.м. Көньяҡ Урал янының урман һәм урман‑дала райондарында урындағы неолитик мәҙәниәттәр нигеҙендә барлыҡҡа килә, артабан Ағиҙел й. басс. тарала. Г.м. ҡәбиләләре һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ м‑н шөғөллән‑ гән, ваҡ мал һәм һыйыр малы, йылҡы үрсеткән; игенселек м‑н таныш булған. Г.м. вәкилдәре Волосов мәҙәниәте һәм Суртанды мәҙәниәте халҡы м‑н бәйләнеш тотҡан. Г.м. өйрәнеүселәр: О.Н.Бадер, Л.А. Наговицын, В.С.Стоколос, Е.Н.Черных, А.В.Шмидт һ.б.

 Әҙәб.: Ч е р н ы х Е.Н. Древнейшая металлургия Урала и Поволжья. М., 1970; Н а г о в и ц ы н Л.А. Культурно‑хронологическое соотношение гаринских и борских памятников Прикамья //Энеолит лесного Урала и Поволжья. Ижевск, 1990.

Р.Б.Исмәғилев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: