Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГОРНЫЙ АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ

Просмотров: 966

ГОРНЫЙ АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ, Сейәлек мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары төркөмө. 13—14 бб. ҡарай. Шишмә р-ны Горный а. янында урынлашҡан. 1962 й. Г.И.Матвеева тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1993 —94 йй. ТТӘИ экспедицияһы (етәкс. Г.Н.Гарустович) тикшерә. Г.а.к. тораҡтан һәм ҡурғанһыҙ ҡәберлектән тора. Горный торағы ауылдан төньяҡ‑көнбайышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта Дим й. һул яҡ ярында урынлашҡан. 369 м2 ер ҡаҙылған. Түңәрәк буйлап урынлашҡан тирмә тибындағы кеше йәшәгән 7 ҡоролма (диам. 5—8 м) ҡалдыҡтары табылған. Тораҡ уртаһында 2 соҡор-мунса һәм ағас стеналы каркас ҡаралтылар, әйләнәһе буйлап хужалыҡ соҡорҙары һәм мөгәрәптәр, ситтәрәк таш плиталарҙан һалынған балсыҡ көмбәҙле мейес асыҡланған. Керамика ишелгән бау һәм тешле штамп эҙҙәре м-н биҙәлгән әүәләп эшләнгән һәм түңәрәк төплө балсыҡ һауыттарҙан ғибәрәт. Бронза биҙәүестәр, тимер һәм суйын әйберҙәр, тирмән таштары, хайуан һөйәктәре, быяла муйынсаҡтар табылған. Тораҡтың планы 18—19 бб. башҡорт йәйләүҙәренә оҡшаш. Горный ҡәберлеге (28 ҡәбер өйрәнелгән) ауылдан көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Мәйеттәр һай тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарына салҡан ятҡырып, баштары м-н көньяҡ‑көнбайышҡа, йөҙҙәре м‑н көньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Ерләүҙә мосолман йолалары элементтары күҙәтелә. Г.а.к. материалдары ТТӘИ  фондтарында һаҡлана.

Г.Н.Гарустович

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: