Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГУРЕЕВ Сергей Николаевич

Просмотров: 1055

ГУРЕЕВ Сергей Николаевич (7.10.1918, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Мәләүез а., хәҙ. Мәләүез ҡ. — 14.1.2013, Киев), артиллерист, лейтенант (1947). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Киев үҙйөрөшлө артиллерия уч‑щеһын (1945), офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын (1947) тамамлаған. 1934 й. алып Мәләүез МТС‑нда эшләй. 1939 й. башлап Совет Армияһында. 1942 й. февр. алып Брянск, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армияның 6‑сы понтон күпер бригадаһы 135‑се айырым моторлаштырылған понтон күпер батальонының понтон отделениеһы ком. өлкән сержант Г. 1943 й. 12 окт. Украина ССР‑ы Козинцы-Зарубинцы а. эргәһендәге алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1950) 80‑се йй. тиклем “Маяҡ" з‑дында эшләй (Киев). Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән. Г. исеме Мәләүез ҡ. урамға бирелгән, Дан аллеяһында уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Кагальницкий В. Понтонёры//Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019