Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДӘҮЛӘТОВ Әбдрәүеф Ғәни улы

Просмотров: 1370

ДӘҮЛӘТОВ Әбдрәүеф (Ғәбдрәүеф) Ғәни улы [27.3.1916, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Хәлил а. (БР‑ҙың Әбйәлил районы) — 27.10.1943, Белорус ССР‑ы Нивки а. янында, Асаревичи а. эргәһендә ерләнгән], кавалерист, гвардия лейтенанты (1943). Советтар Союзы Геройы (1944). 1939 й. Көнбайыш Украинала хәрби хәрәкәттәрҙә, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Выстрел” РККА‑ның командирҙар составын камиллаштырыу юғары атыу-тактика курстарын тамамлаған (Өфө ҡ., 1942). 1937 й. алып Баҡырүҙәк руднигында (Әбйәлил районы) эшләй; 1940 й. — Дөйөм хәрби уҡытыу инструкторы, һуңыраҡ — Әбйәлил район хәрби комиссариатында. 1938—40 йй. һәм 1942 й. башлап Ҡыҙыл армияла. 1943 й. мартынан Үҙәк һәм Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 58‑се гвардия кавалерия полкының пулемёт взводы командиры гвардия лейтенанты Д. 27 сентябрҙә Нивки а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда һәм һул ярҙағы плацдармды киңәйткәндә күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1944), Ҡыҙыл Байраҡ (1943) ордендары менән бүләкләнгән. Тыуған ауылында Геройға һәйкәл ҡуйылған (1985), уның исеме урта мәктәпкә бирелгән, бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

  Әҙәб.: Кулибай С. Солдат, сын солдата //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966; Лицом на запад. Уфа, 1972; Навечно в сердце народном. Минск, 1984.

Ғ.Һ.Булатов, Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.09.2022