Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДӘҮЛӘТОВ Бәкер Рәхим улы

Просмотров: 1155

ДӘҮЛӘТОВ Бәкер Рәхим улы [23.5.1915, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫке Әмир а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 31.3.1982, Тажик ССР‑ының Турсунзаде ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. тиклем БАССР‑ҙа һәм Тажик ССР‑ында эшләй. 1937—39 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. окт. башлап Көньяҡ-Көнбайыш, Сталинград, Үҙәк, Белоруссия, 2‑се һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 60‑сы гвардия кавалерия полкының станоклы пулемёт ком. гвардия өлкән сержанты Д. 1943 й. 28 һәм 29 сент. Белорус ССР‑ының Вялье һәм Галки торама пункттары өсөн алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Турсунзаде ҡ. йәшәй һәм эшләй. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Д. исеме Иҫке Әмир а. урамға,  Турсунзаде ҡ. — урта мәктәпкә бирелгән; Благовар р‑ны Языков а. Геройҙар аллеяһында һәм Турсунзаде ҡ. уға һәйкәлдәр ҡуйылған.

 Әҙәб.: П у ч к и н А. От Сталинграда до Днепра //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

А.Н.Пинтсон

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.04.2023