Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒҮМӘРОВ Наил Әсғәт улы

Просмотров: 1029

ҒҮМӘРОВ Наил Әсғәт улы (18.1.1960, Өфө ҡ. — 18.1.2022, Вашингтон ҡ.), механик, математик. Физика‑математика фәндәре докторы (1992). Ә.Ғ.Ғүмәровтың улы. МДУ-ны тамамлағандан һуң (1981) 1983 й. тиклем СССР ФА‑ның Башҡортостан филиалында эшләй. 1987 й. алып  СССР ФА Себер бүлексәһе Төмән фәнни үҙәгенең Себерҙе үҙләштереү проблемалары институтында, 1990 й. — РФА‑ның Себер бүлексәһе Күп фазалы системалар механикаһы институтында (Төмән ҡ.) эшләй, бер үк ваҡытта 1987—90 йй. Төмән университетында уҡыта. 1993 й. башлап Энергоресурстарҙы күсереү проблемалары институтының баш ғилми хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 1996 й. БДУ профессоры һәм 2011 й. алып профессор‑консультанты, Дисперслы системаларҙың микро- һәм наномасштаблы динамикаһы үҙәге лабораторияһының ғилми етәксеһе; бер үк ваҡытта 1993 й. башлап АҠШ‑та: Массачусетс штаты университетында (Бостон ҡ.), 1994 й. алып “Arthur D. Little, Inc.” компанияһы (Кембридж ҡ.), 1996 й. — “Dynaflow, Inc.” компанияһы (Фултон ҡ.) хеҙмәткәре, 2000 й. — Мэриленд штаты университеты Алдынғы компьютер тикшеренеүҙәре институтының тикшеренеүсе‑профессоры (Колледж Парк ҡ.). Фәнни эшмәкәрлеге күп фазалы системаларҙың динамикаһы, акустика, асимптотик һәм һанса ысулдар, шулай уҡ юғары етештереүсәнлекле иҫәпләүҙәр менән бәйле. Мультимайҙандарҙың етеҙ алымы һәм фәнни иҫәпләүҙәр өсөн график процессорҙарҙы файҙаланыу өлкәһе буйынса яҙылған хеҙмәттәр авторы. “The Journal of the Acoustical Society of America” журналы мөхәррирҙәре берекмәһенә инә (2009 й. алып).

  Х е ҙ м.: Fast Multipole Methods for the Helmholtz Equation in Three Dimensions. Oxford, 2005 (авторҙ.).

Л.П.Худякова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.12.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: