Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГУСЕВ Владимир Георгиевич

Просмотров: 1199

ГУСЕВ Владимир Георгиевич (30.12.1942, Өфө ҡ. — 22.7.2017, шунда уҡ), инженер-электромеханик. Техник фәндәр докторы (1987), профессор (1988). РФ‑тың (2002) һәм БР‑ҙың (1991) атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1983). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1965) шунда уҡ (1991—2008 йй. мәғлүмәт-үлсәү техникаһы кафедраһы мөдире), 2001—12 йй. — БДМУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге автоматикаға, телеметрияға, медицинала ҡулланылған диагностика сараларын һәм физиотерапия өсөн ҡулайламалар уйлап табыуға арналған. Г. тарафынан магнитлы‑электронлы компоненттар һәм мәғлүмәт үҙгәрткестәре теорияһы һәм уларҙы проектлау нигеҙҙәре уйлап табылған; өйрөлөүсе объекттарҙың (атап әйткәндә, газ турбиналы двигателдәр роторҙарының) параметрҙарын үлсәү, гальваник процестарҙы контролдә тотоу һәм автоматлаштырыу өсөн техник саралар; рефлексотерапия ваҡытында кеше организмының локаль зоналарының торошон билдәләү приборҙары эшләнгән. Асыштары БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең авиация сәнәғәте предприятиеларында индерелгән.

 Х е ҙ м.: Электроника. 2-е изд., перераб. и доп. М., 1991 (авторҙ.); Методы построения точных электронных устройств. 2-е изд., испр. и доп. Уфа, 2010 (авторҙ.); Электроника и микропроцессорная техника. 6-е изд., стереотипное. М., 2013 (авторҙ.).

В.М.Сапельников

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.02.2024
Связанные темы рубрикатора: