Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДЕГТЯРЬ Николай Иванович

Просмотров: 1116

ДЕГТЯРЬ Николай Иванович (27.12.1916, Полтава губернаһы Шевченко а. — 3.8.1986, Октябрьский ҡ., Украина ССР‑ы Котельва ҡсб ерләнгән), лётчик, гвардия полковнигы. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Чугуев хәрби авиация училищеһын (1938), офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын (1947) тамамлаған. 1936 й. алып Совет армияһында. 1938 й. башлап Чугуев хәрби училищеһының лётчик‑инструкторы. 1942 й. октябренән алып Көньяҡ-Көнбайыш, 3‑сө һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се һауа армияһы 5‑се гвардия штурм авиация дивизияһы 95‑се гвардия штурм авиация полкының эскадрилья командиры гвардия майоры Д. 130 хәрби осошта (1945 й. апреле уртаһына ҡарата) күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1956) Октябрьский ҡ. эшләй: Бөтә Союз геофизика ҒТИ‑ның Волга‑Урал филиалы директоры урынбаҫары, 1973—84 йй. аэропорт начальнигы. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943 й. ғинуары һәм марты, 1956), Александр Невский (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1952) ордендары менән бүләкләнгән. Д. исеме Октябрьский ҡ. урамға бирелгән, Геройҙар аллеяһында уға бюст, ул йәшәгән йорт бинаһына мемориаль таҡтаташ, Котельва ҡсб иҫтәлекле плита ҡуйылған.

 Әҙәб.: С о т н и к о в И. Как феникс //Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1965.

Ғ.Һ.Булатов, Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.05.2023