Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТ ИХТИЛАЛЫ (1681—84)

Просмотров: 1207

БАШҠОРТ ИХТИЛАЛЫ (1681—84), Сәйет яуы, башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын боҙоу, Өфө өйәҙе хакимиәтенең башбаштаҡлығы, һалым һәм йөкләмәләрҙең артыуы, мосолмандарҙы көсләп христианлаштырыуға ынтылыш һөҙөмтәһендә тыуа [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.)]. Б.и. Урта Волга һәм Урал буйы мосолмандарын көсләп христианлаштырыуға йүнәлтелгән 1681 й. 16 майындағы “Мырҙаларҙың һәм татарҙарҙың ерҙәрен тартып алыу һәм христиан динен ҡабул итеүселәргә биреләсәк файҙалар тураһында” указы сәбәп була (суҡынмаған ер биләүселәр ерҙәренән мәхрүм ителә, ябай общинниктар крепостной крәҫтиән кимәленә төшөрөлә). Хәрәкәткә Сәйет Йәғәфәров етәкс. итә. Инициаторҙар һәм төп көс булып башҡорттар тора, уларға мари, мишәр, мордва, сыуаш һәм татарҙар ҡушыла. 1681 й. йәйенән Нуғай даруғаһы һәм Себер даруғаһында Б.и. әҙерлек алып барыла. 1682 й. апр. баш күтәреүселәр Кама аръяғы сик һыҙығы ҡәлғәләренә, башҡ. ерҙәрендә Строгановтар төҙөгән баструк һәм ауылдарға, Һамарға һөжүм итә, Көңгөрҙө, Өфө өйәҙенең батша һарайы крәҫтиәндәре йәшәгән Ҡаракүл а. ҡамай, ш. уҡ өйәҙҙең Пьяный Бор а. ала. Баш күтәреүселәр Өфө өйәҙе Ҡыҙылъяр, Ләүәш аа. һәм урыҫ дворяндарына ҡараған башҡа торама пункттарҙы баҫып ала, Өфөнө ҡамай; бер нисә тапҡыр Һамарға һөжүм итә, тирә‑яҡ ауылдарҙы туҙҙыра. Июндә Б.и. Верхотор һәм Ҡазан өйәҙҙәрен солғап ала. Июлдә хөкүмәт баш күтәреүселәргә төбәк мосолмандарын христианлаштырыу сәйәсәтенән баш тартыу һәм хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙы ярлыҡау т‑да грамота м-н мөрәжәғәт итә. Баш күтәреүселәрҙең бер өлөшө Көсөк Юлаев етәкс. 4 даруға исеменән хөкүмәткә ярлыҡау һорап мөрәжәғәт итә, ҡалғандары Сәйет етәкс. ҡалмыҡ ханы Әйүкә м‑н союз төҙөп, көрәште дауам итә. Июлдән алып баш күтәреүселәр башлыса Ҡазан, Нуғай һәм Уҫы даруғаларында хәрәкәт итә, Минзәлә һәм Өфөнө ҡамай, Өфө өйәҙенең батша һарайы кешеләре йәшәгән Николо-Берёзовка а. ала. Авг. Б.и. Урал аръяғын солғап ала; Верхотор өйәҙенең Ҡатай һәм Колчедан баструктары, Үткен биҫтәһе баҫып алына. Окт. хөкүмәт башҡ. ерҙәрен баҫып алыу сәйәсәтен рәсми рәүештә тәнҡитләй, кенәз А.М.Коркодинов Өфө воеводаһы вазифаһынан бушатыла һәм кенәз Д.А.Барятинский тәғәйенләнә. 1683 й. башында хөкүмәт Әстерхан воеводаһы ярҙамында ҡалмыҡтарҙың ихтилалға ҡушылыуҙан баш тартыуына өлгәшә. Башҡорттар көрәште дауам итә. 1683 й. яҙы—йәйендә Ҡазан даруғаһында баш күтәреүселәр Минзәлә һәм Кама аръяғы сик һыҙығының башҡа ҡәлғәләренә һөжүм итә, Нуғай даруғаһында Тоҙ ҡайнатыу ҡаласығын ҡамай. Июндә хөкүмәт крайға Ҡазан воеводаһы кенәз Ю.С.Урусов һәм дума дворяны Н.И.Акинфов етәкс. отрядтар ебәрә; Яйыҡ казактары ылыҡтырыла. Кама аръяғы сик һыҙығындағы һуғыштарҙа баш күтәреүселәр еңелә. 1684 й. йәйендә баш күтәреүселәр Өфөгә ҡарай йүнәлә, Өфө өйәҙе Богородский а. янында В.И.Лопатин етәкс. хөкүмәт отряды м‑н һуғыштан һуң сигенә. Хөкүмәт башҡорттарҙың Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыу шарттарын үтәү талаптарын ҡәнәғәтләндерә.

Әҙәб.: Аҡманов И.Ғ. XVII быуатта — XVIII быуат башында башҡорт күтәрелештәре. Өфө, 1998; Материалы по истории Башкирской АССР. Ч.1. Башкирские восстания в XVII и первой половине XVIII вв. М.; Л., 1936.

И.Ғҡманов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019