Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙЫЛАЙЫР ҠӘЛҒӘҺЕ

Просмотров: 1086

ЙЫЛАЙЫР ҠӘЛҒӘҺЕ, Йылайыр, 1755 й. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ялан Йылайыры й. уң ярында нығытмалы хәрби торама булараҡ нигеҙ һалына. Исеме йылғанан алынған. 1773 й. гарнизон составында 70‑кә яҡын һалдат иҫәпләнә. Й.ҡ. аша Ырымбур—Екатеринбург тракты үткән. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында бер нисә тапҡыр баш күтәреүселәр һөжүме аҫтында була, өлөшләтә емерелә. 1774 й. йәйендә хөкүмәт ғәскәрҙәренең тупланыу үҙәктәренең береһенә әүерелә. 19 б. 2‑се ярт. хәрби әһәмиәтен юғалта. 1866 й. Орск өйәҙе Преображенск улусы терр‑яһында Йылайыр казак отряды булараҡ иҫәпкә алына (хәҙ. Баймаҡ р‑ны Крепостной Йылайыр а.).

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: