ЕРМОЛКИН, Бәләбәй р‑нындағы ауыл
ЕРМОЛКИН, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Ермолкин а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 16 км һәм Аксаков т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 26 км алыҫлыҡта Стивинзя й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 745 кеше; 1920 — 1031; 1939 — 1080; 1959 — 820; 1989 — 519; 2002 — 562; 2010 — 625 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.
Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 18 б. уртаһында керҙәшлек килешеүе б‑са яңы суҡындырылған сыуаштар нигеҙ һала. 1865 й. 79 йортта 519 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү (1887 й. төҙөлгән), сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, 3 һыу тирмәне, 3 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән.
Т.И.Әминев
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов