Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕФРЕМКИН, Денискүл, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 763

ЕФРЕМКИН, Денискүл, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ефремкин а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.Көнс. 15 км һәм Таҙлар т. юл ст. К.‑Көнб. табан 9 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 669 кеше; 1920 — 605; 1939 — 865; 1959 — 991; 1989 — 727; 2002 — 896; 2010 — 889 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Ефремкин урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға 18 б. аҙ. керҙәшлек килешеүе б‑са Стәрлетамаҡ өйәҙе Дыуан-Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ҡазан губернаһы Ядринск өйәҙенең Филиппов һәм Караев аа. сыуаштары нигеҙ һала. Һуңыраҡ бында Троицк өйәҙе Таҙтүбә а. (Дыуан р‑ны) дәүләт крәҫтиәндәре килеп ултырған. 1795 й. 125 ир-ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 72 йортта — 400 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. земство мәктәбе, бакалея кибете теркәлгән. Г.С.Васильев ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019