Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ ГЕРОЙЫ

Просмотров: 1622

РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ ГЕРОЙЫ, Рәсәйҙә иң юғары почётлы исем. 1992 й. 20 мартындағы «Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен индереү һәм махсус айырма билдәһе — “Алтын Йондоҙ” миҙалы булдырыу тураһында»ғы РФ законы м‑н булдырыла. Исем РФ Президенты тарафынан бирелә һәм алына. Геройға махсус айырма билдәһе — “Алтын Йондоҙ” миҙалы һәм исем бирелеү т‑да грамота тапшырыла. 2018 й. ҡарата Р.Ф.Г. исеменә — 1090, ш. иҫ. Башҡортостан Республикаһынан 20 һәм башҡа төбәктәрҙән килеп, республикала бер йылдан ашыу йәшәгән 8 (А.И.Анощенков, А.В.Блохин, А.В.Омельяненко — бөтәһе лә Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһын тамамлаусылар; Г.Г.Быстрицкий, Г.И.Гусляков, Н.А.Злобин, П.А.Петрачков, А.А.Сафронов) кеше лайыҡ була. Был исемгә Быстрицкий, Гусляков, П.В.Еремеев һәм Д.П.Плотников — Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн, Анощенков, Блохин, А.В.Доставалов, Злобин, Р.Р.Ихсанов, А.В.Квашнин, Ю.С.Климов, А.Р.Ҡорбанғәлиев, Омельяненко, А.В.Панфилов, Петрачков, М.М.Рафиҡов, А.А.Романов, Сафронов, Р.Р.Сәхәбетдинов, В.Е.Трубанов, С.З.Тулин, В.Р.Әлимов һәм Ф.А.Яҡупов Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр ваҡытында күрһәткән ҡыйыулығы өсөн лайыҡ була.

М.Ә.Бикмәев, Е.А.Смирнов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Рәсәй Федерацияһы Геройҙары

Фамилияһы, исеме, атаһының исеме

Исем бирелгән йыл

Аверьянов Вячеслав Юрьевич

2001

Анощенков Андрей Иванович

1999

Блохин Александр Владимирович

2004

Быстрицкий Георгий Георгиевич

1996

Гусляков Георгий Иванович

1994

Доставалов Александр Васильевич

2000

Еремеев Пётр Васильевич

1995

Закиров Игорь Рәүеф улы

1994

Злобин Николай Анатольевич

2010

Ихсанов Рафиҡ Рәшит улы

2000

Квашнин Анатолий Васильевич

1999

Климов Юрий Семёнович

2000

Ҡорбанғәлиев Артур Ришат улы

1999

Мөхәмәтгәрәев Венер Мансур улы

2008

Омельяненко Александр Владимирович

2001

Панфилов Александр Вячеславович

2002

Петрачков Павел Анатольевич

2010

Плотников Дмитрий Павлович

1996

Рафиҡов Мансур Миңлебай улы

1996

Романов Анатолий Александрович

1995

Сафронов Анатолий Александрович

2000

Сурков Константин Александрович

2008

Сәхәбетдинов Риф Рәйес улы

2001

Трубанов Владимир Евгеньевич

1998

Тулин Сергей Заһит улы

1996

Әлимов Владимир Ришат улы

2000

Яҡупов Фәрүәт Абдулла улы

1995

 



Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.11.2019