Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАРЗЫ-АЛЕКСЕЕВКА ЗАВОДЫ

Просмотров: 1025

ВАРЗЫ-АЛЕКСЕЕВКА ЗАВОДЫ, 1759 й. А.И.Тәвкилев тарафынан Ҡазан даруғаһы Ҡаршын һәм Ҡыр-Йылан улустары башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Варзы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары — Тәвкилевтәр. 1760 й. эшләй башлай. 4 баҡыр иретеү мейесе, шплейзофен, гармахер горндары һәм 2 инструменттар эшләү горны була. 18 б. аҙ. заводҡа 2,8 мең дисәтинәгә яҡын ер, 347 рудник ҡараған, шуларҙың береһе эшләгән. В.‑А.з. 1773 й. — 17, 1797 й. 32 мастеровой һәм эшсе кеше иҫәпләнә. Эшләү дәүерендә 20,8 мең бот саф баҡыр иретелә, макс. етештереүсәнлек 755 бот тәшкил итә (1791). Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында завод халҡының бер өлөшө баш күтәреүселәргә ҡушыла. 1767—70 йй. һәм 1773—76 йй. завод эшләмәй. 1777 й. тергеҙелә. 1798 й. ябыла (яна).

Әҙәб.: К у л б а х т и н Н.М. Горнозаводская промышленность Башкортостана в XVIII веке. Уфа, 2000.

 

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: