Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВИДИНЕЕВ Василий Ильич

Просмотров: 1200

 ВИДИНЕЕВ Василий Ильич (?, Минзәлә ҡ. — 15.1.1903, Өфө), 1-се гильдия сауҙагәре, меценат. Крәҫтиәндәрҙән. Өфө, Минзәлә ҡҡ., Өфө өйәҙенең Богородский улусында (хәҙ. Өфө эсендә) һәм Бәләбәй өйәҙенең Иҫке Маты а. (хәҙ. Баҡалы р‑ны) һыра ҡайнатыу һәм шарап ҡыуыу заводтарына, Өфө, Бәләбәй, Бөрө, Минзәлә ҡҡ. шарап кибеттәренә, Каруанһарайҙа 3 кибеткә хужа була. 1892 й. Н.К.Блохиндан (ҡара: Блохиндар) Голубиный биҫтәһендә усадьба комплексы (хәҙ. Аксаков С.Т. исемендәге баҡса), ш. иҫ. йәйге театр, һатып ала, уның урынына 1894 й. театрҙың яңы бинаһын (794 урынға) төҙөй. Өфө өйәҙендә 3687 дисәтинә ер биләй, Бәләбәй өйәҙендә утар хужаһы була. Хәйриә м‑н шөғөлләнә, сиркәүҙәр һалыуға, приюттар, мәҙәни һәм йәмәғәт учреждениелары һ.б. тотоуға аҡса бүлә. Аксаков халыҡ йорто төҙөлөшөнә 5 мең һум иғәнә бирә. Өфө губерна төрмәләр попечителлеге ком‑ты директоры. Өфө губерна балалар приюттары попечителлегенең почётлы ағзаһы, Өфө ҡыҙҙар приюты попечителе. Өфөнөң тоҡомдан килгән почётлы гражданы. В. Килем йорто бинаһы (К.Маркс урамы, 15) — архитектура ҡомартҡыһы.

Әҙәб.: Г у д к о в Г.Ф., Г у д к о в а З.И. С.Т.Аксаков. Семья и окружение: краевед. очерки. Уфа, 1991.

 

Ф.Д.Әхмәрова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019