Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АКСАКОВ С.Т. ИСЕМЕНДӘГЕ БАҠСА

Просмотров: 1475

АКСАКОВ С.Т. ИСЕМЕНДӘГЕ БАҠСА. Өфөлә урынлашҡан (Пушкин урамы, 110). Майҙаны — 3,15 га. 1860 й. Н.К.Блохин (ҡара: Блохиндар) утары урынында төҙөлә, 1892 й. алып Видинеев баҡсаһы (ҡара: В.И.Видинеев), 1917 й. — А.В.Луначарский ис. баҡса, 1989 й. — Аксаков С.Т. ис. мәҙәниәт һәм ял баҡсаһы (ҡара: С.Т.Аксаков). 1894—1991 йй. баҡса терр‑яһында йәйге театр бинаһы урынлашҡан була. 1938 й. күл ярҙарын нығытыу б‑са эштәр башҡарыла (1968 й. плиталар һалына). 1956 й. Пушкин урамы яғынан арка формаһында колонналы төп ҡапҡа төҙөлә. 1998—2002 йй. баҡсаның дренаж системаһын яҡшыртыу, күл тирәләй терр‑яны төҙөкләндереү эштәре башҡарыла; 2008 й. Яңы түшәлгән юл урамы яғынан яңы ҡойма ҡуйыла, өҫтәмә яҡтыртыу үткәрелә, яңы сәхнә майҙансығы төҙөлә, 2009 й. шарлауыҡ ҡорола һ.б. Баҡса терр‑яһы даими планлаштырыла; үҫентеләр араһында — имән, саған (ш. иҫ. америка сағаны), ҡайын, тал, миләш, йүкә, тирәк, уҫаҡ, шыршы, 2 альпинарий. Баҡсала балалар уйын комплексы, беседка, бейеү майҙансығы, “Ал сәскә” кафеһы бар. Төрлө киң мәҙәни һәм спорт, ш. иҫ. Балаларҙы яҡлау көнөнә, Халыҡ‑ара Аксаков байрамына бағышланған һ.б. саралар, балыҡсылар конкурсы, урыҫ йыры кисәләре үткәрелә. “Милый мой хоровод” урыҫ йыры ансамбле, “Сылтыр шишмә” башҡ. вокаль ансамбле (2009 й. алып) эшләй. Баҡса 20 б. аҙ. ландшафт һәм ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы булып иҫәпләнә.

В.Ф.Шабрина

Тәрж. И.М.Аҡъюлов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019