Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАРАП ҠЫУЫУ ЗАВОДТАРЫ

Просмотров: 1023

ШАРАП ҠЫУЫУ ЗАВОДТАРЫ, аҙыҡ сеймалынан спирт һәм спиртлы эсемлектәр етештереү пр‑тиелары. Башҡортостанда тәүге Ш.ҡ.з. 18 б. 40—50‑се йй. барлыҡҡа килә. 40‑сы йй. аҙ. П.И.Рычков тарафынан Ырымбур губернаһы Спасский а. (ТР‑ҙың Бөгөлмә р‑ны) завод төҙөлә. 60‑сы йй. аҙ. — 70‑се йй. И.Л.Тимашевтың (ҡара: Тимашев­тар) Исәт провинцияһында — 3, Өфө провинцияһында 2 Ш.ҡ.з. була, шуларҙың береһе Ҡазан даруғаһы Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Әңгәсәк а. (Дүртөйлө р‑ны) янында, икенсеһе ш. уҡ даруғаның Дыуанай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Айбаш а. (Бөрө р‑ны) янында төҙөлә. Дәүләт ошо йылдарҙа Өфө провинцияһында 2 за­вод аса. 1796 й. Ырымбур губ. 9 Ш.ҡ.з. эшләй (ш. иҫ. Бөгөлмә өйәҙендә — 3, Быҙаулыҡ өйәҙендә — 2, Боғорослан өйәҙе, Өфө өйәҙе, Сергиев өйәҙе һәм Стәрлетамаҡ өйәҙендә 1‑әр завод), уларҙа 84 мең биҙрәнән (1 биҙрә — 12,3 л) ашыу ша­рап етештерелә. Иң ҙур заводтар иҫәбенә Боғорослан өйәҙе Туҡмаҡлы (Калиновка) а. (Һамар өлк. Сергиев р‑ны; йылына 28 мең биҙрәнән ашыу шарап етештерелгән) янында граф А.Н.Зубовтың; Өфө өйәҙе Голодаево а. (Кушнаренко р‑ны Петропав­ловка а.; 14 мең биҙрәнән ашыу) П.Ф.Квашнин-Самариндың, Быҙаулыҡ өйәҙе Смоленское (Державин) а. (Ырымбур өлк. Быҙаулыҡ р‑ны; 10,6 мең биҙрәнән ашыу) Г.Р.Державиндың Ш.ҡ.з. инә. 1859 й. Ырымбур губ. 20 Ш.ҡ.з., 1865 й. — 5 (ҡалаларҙағы заводтарҙан тыш), 1905 й. — 8, 1913 й. — 10; Өфө губернаһында 1865 й. — 16 (ҡалаларҙағы заводтарҙан тыш), 1905 й. — 15, 1913 й. — 25 завод иҫәпләнә. 18 б. аҙ. — 19 б. башында Ш.ҡ.з. дөйөм етештереүсәнлеге йылына 110 меңгә яҡын биҙрә; 19 б. 20—30‑сы йй. — 100—300 мең биҙрә шарап тәшкил итә. 19 б. 2‑се ярт. иң ҙур Ш.ҡ.з. иҫәбенә Өфө өйәҙе Репьевка а. (Шишмә р‑ны) В.Э.Ляховтың Петровский Ш.ҡ.з. (1852 й. төҙөлгән, тип фараз ителә; ҡара: Ля­ховтар); Ырымбур өйәҙе Көйөргәҙе а. (Көйөргәҙе р‑ны Ермолаевка а.) И.Д.Шоттың Покровский Ш.ҡ.з. (ҡара: Ермолаевка спирт-араҡы комбинаты); Өфө өйәҙе Романовская пустошь а. (хәҙ. Өфө эсендә) К.И.Блохиндың (ҡара: Блохиндар) Спас­ский Ш.ҡ.з. (ҡара: Өфө спирт-араҡы комбинаты); Бәләбәй өйәҙе Иҫке Маты а. завод (ҡара: Баҡалы спирт заводы); Златоуст өйәҙенең Әйле улусы Нәсибаш а. (80‑се йй. аҙ. ш. уҡ улустың Петрушкино а. эргәһенә күсерелә; хәҙ. Силәбе өлк. Петропавловка а. Петропавловка спирт заводы) П.А., Н.А. һәм Ф.А. Злоказовтарҙың заводы инә. 1859 й. Ырымбур губ. 20 Ш.ҡ.з. 405 меңдән ашыу һумлыҡ 530 мең биҙрәгә яҡын шарап етештерелә. 1890—1913 йй. Ш.ҡ.з. һаны 2,3, эшселәр һаны 1,3 тапҡырға арта, продукция эшләп сығарыу 6,3, хеҙмәт етештереүсәнлеге 4,5 тапҡырға күтәрелә. 20 б. башында Рәсәй­ҙең иң ҙур 30 Ш.ҡ.з. (етештереүсәнлеге йылына 200 мең биҙрә шараптан алып 500 меңгә тиклем) 6 заводы Ырымбур һәм Өфө губ. була; уртаса йыллыҡ спирт етештереү (1913 й. — 85 меңдән ашыу биҙрә) уртаса Рәсәй кимәленән юғарыраҡ (40 меңдән ашыу биҙрә) була. 1905 й. Ырымбур губ. 8 Ш.ҡ.з. 5‑әүһе Ырымбур өйәҙендә, 2‑әүһе — Силәбе өйәҙендә, 1‑әүһе — Верхнеурал өйәҙендә; Өфө губ. 15 заводтың 4‑әүһе — Бәләбәй өйәҙендә, 3‑шәр — Бөрө өйәҙе һәм Өфө өйәҙендә, 2‑шәр — Минзәлә өйәҙе һәм Стәрлетамаҡ өйәҙендә, 1‑әүһе — Златоуст өйәҙендә урынлашҡан була. 1913 й. Рәсәйҙең Евро­па өлөшөндәге Ш.ҡ.з. 1,2%‑ы Көньяҡ Уралда урынлаша, уларҙа 2,5%‑ҡа яҡын эшсе эшләй һәм етештерелгән бөтә спирттың 2,5%‑тан ашыуы (яҡынса 3 млн яҡын биҙрә) тура килә. Әҙер продукцияның бер өлөшө Вятка губернаһына, Ҡазан губернаһына, Пермь губернаһына, Себер губернаһына, Тубыл губ., Һамар губернаһына, Һарытау губернаһына һ.б. губерналарға сығарыла. 20 б. башында Бөрө, Златоуст, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡҡ. ҡаҙна шарап складтары эшләй, уларҙа спирт­ты ректификациялау һәм шешәләргә ҡойоу эштәре башҡарыла. 19 б. 90‑сы йй. асылған ҡаҙна складтары базаһында Бөрө ликёр‑араҡы (ҡара: Бөрө спирт-араҡы комбинаты) һәм Бәләбәй спирт‑араҡы (ҡара: Бәләбәй спирт-араҡы комбинаты) з‑дтары төҙөлә.

Тәүге хосуси Ш.ҡ.з. дворяндар (ҡара: Дворянлыҡ) ҡулында була; хөкүмәт тарафынан шарап заводтары тотоу тыйылған булыу сәбәпле сауҙагәрҙәрҙең заводтары 19 б. ғына барлыҡҡа килә. 1900 й. Ырымбур һәм Өфө губ. 24 Ш.ҡ.з. 11‑е сауҙагәр­ҙәр, 8‑е дворяндар, 2‑әүһе мещандар (ҡара: Мещанлыҡ); 1905 й. Өфө губ. 15 Ш.ҡ.з. 9‑ы сауҙагәрҙәр, 5‑әүһе дворяндар; Ырымбур губ. 8 Ш.ҡ.з. 4‑әүһе дворяндар, 1‑әүһе сауҙагәрҙәр ҡулында була. 18 б. — 19 б. 1‑се ярт. иң эре Ш.ҡ.з. хужалары иҫәбенә Державин, Квашнин‑Самарин, С.Я.Левашев, Рычков, Тимашев инә; 19 б. В.И.Видинеев, Н.Н.Дурасов (ҡара: Ду­расовтар), А.Е.Жадовский, А.А.Кугушев, Н.Ф.Ляуданский, А.Г.Осокин, И.Д. һәм Л.И. Шоттарҙың 2‑шәр һәм унан да күберәк заводы була.

Ш.ҡ.з. ҡорамалдары иҙеү, әсетеү, спирт йыйыу һәм үлсәү чандарынан, бал һауыты, ректификаторҙар, мейестәр, һыу күтәреү машиналарынан һ.б. тора; 19 б. 20‑се йй. пар ҡулайламалары индерелә. Сеймалдың бер өлөшө (һоло, бойҙай, ар­па, арыш, картуф, имән сәтләүеге һ.б.) завод хужалары хужалыҡтарында үҫтерелә, бер өлөшө (кукуруз, ҡур, ҡомалаҡ) урындағы баҙарҙа һатып алына йәки башҡа губерналарҙан килтерелә. 1859 й. Ырымбур губ. йыйып алынған 72 млн бот игендең яҡынса 5,5 млн бото шарап етештереүгә тотонола. Ырымбур губ. 19 б. 60‑сы йй. шарап етештереүҙә йылына уртаса 720 меңдән ашыу бот иген, 70‑се йй. — 700 меңдән ашыу, 80‑се йй.— 680 меңдән ашыу бот иген һәм яҡынса 65 мең бот картуф; Өфө губ. 60‑сы йй. — 520 меңдән ашыу бот иген, 70‑се йй. — 500 меңдән ашыу, 80‑се йй. — 525 меңдән ашыу бот иген һәм 12 меңдән ашыу бот картуф файҙаланыла. Заводтарҙың күпселегендә һатып алынған һәм хужаларҙың үҙ хужалыҡтарында етештерелгән сеймал ҡулланылған. Ш.ҡ.з. алпауыт крәҫтиәндәре (башлыса урыҫтар, 1859 й. 449 кеше иҫәпләнгән) эшләгән, ш. уҡ ялланма хеҙмәт (урыҫтар; 48 башҡорт, 45 сыуаш; һ.б.) файҙаланылған. Ш.ҡ.з. көҙгө‑ҡышҡы осорҙа эшләгән. Ш.ҡ.з. эш хаҡы айына 5 һумдан алып 50 һумға тиклем тәшкил иткән. 1800 й. Ырымбур губ. Ш.ҡ.з. яҡынса 140 кеше, 1859 й. — 592 ке­ше (шуларҙың 452‑һе — алпауыт крәҫтиәндәре, 140‑ы — ялланма эшселәр) эшләгән. Шарап ҡыуыу оҫталары урыҫ крәҫтиәндәре (1859 й. 20 заводта 14 кеше иҫәпләнгән), урыҫ ялланма эшселәре (10 кеше) һәм йәһүдтәр (8 кеше) булған. 1913 й. Ырымбур һәм Өфө губ. Ш.ҡ.з. 2 меңгә яҡын эшсе эшләгән.

Спиртлы эсемлектәр һатыу дәүләттең шарап монополияһы (17 б. — 18 б. 1‑се ярт. булған, 19 б. тамам нығынған) һәм ша­рап йоломдары системаһы (ҡаҙнаға билдәләнгән күләмдә аҡсалата взнос түләгән өсөн дәүләт тарафынан шәхси кешеләргә көслө спиртлы эсемлектәр м‑н һатыу итеү хоҡуғы биреү; ул 18 б. 60‑сы йй. киң тарала, 1863 й. акциз м‑н алмаштырыла) м‑н көйләнгән. 1894 й. 6 июнендәге законға ярашлы шарап һатыу монополияһы 1895 й. алып Ырымбур, Пермь, Һамар һәм Өфө губ., 1896—98 йй. Рәсәй империяһының башҡа губерналарында индерелә. Мәҫ., шарап йоломдары һөҙөмтәһендә сауҙагәр И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) тәүге капиталын туплай, ул 18 б. 40‑сы йй. башында Ырымбур губ. ша­рап һатыу хоҡуғы ала. Йыш эре Ш.ҡ.з. хужалары үҙҙәре йоломсолар була: мәҫ., 18 б. аҙ. Державин Быҙаулыҡ һәм Бө­гөлмә өйәҙҙәрендә, Квашнин‑Самарин Өфө өйәҙендә шарап м‑н һатыу итә. 19 б. башында үҙ заводтары булмаған спиртлы эсемлектәр м‑н сауҙа итеүсе иң эре сауҙагәрҙәр иҫәбендә А.Ф.Викуллин (Бөрө, Минзәлә, Стәрлетамаҡ, Троицк, Өфө һәм Силәбе ҡҡ. һатыуға рөхсәте була) һәм В.А.Злобин (Бөгөлмә, Быҙаулыҡ, Верхнеурал һәм Ырымбур ҡҡ.) була.

Әҙәб.: Материалы по истории БАССР. Т.5. М., 1960; Усманов Х.Ф. Развитие капитализма в сельском хозяйстве Башкирии в пореформенный период. 60—90‑е годы XIX в. М., 1981; Мударисов Р.З. Промышленность Южного Урала в первой половине XIX века (1801—1861). Уфа, 2003.

Н.О.Мингалёв, Р.З.Мөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019