Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГУСЕВКА, Салауат р‑нындағы ауыл

Просмотров: 836

ГУСЕВКА, Салауат р‑нындағы ауыл, Малаяҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 8 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. табан 37 км алыҫлыҡта Илек й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 196 кеше; 1920 — 225; 1939 — 364; 1959 — 315; 1989 — 246; 2002 — 232; 2010 — 199 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Янғантау урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Златоуст өйәҙе Мырҙалар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1881 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Өфө өйәҙе Илек а. (хәҙ. Силәбе өлк. Әшә р‑ны) алпауыт крәҫтиәндәре Гусевский ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 16 йортта 148 кеше йәшәгән. Игенселек, заводта эшләү, ылаусылыҡ, күмер үртәү м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: