Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДӘҮЛӘТҠОЛ, Мәләүез р‑нындағы ауыл

Просмотров: 732

ДӘҮЛӘТҠОЛ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Корнеевка а/с ҡарай. Район  үҙәгенән Т.‑Көнб. 35 км һәм Ергән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта Һуҡайлы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 516 кеше; 1920 — 423; 1939 — 329; 1959 — 274; 1989 — 100; 2002 — 144; 2010 — 145 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, клуб бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1783 й. алып билдәле. Сотник Дәүләтҡол Этйеймәҫов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Ҡарасәй, Ҡарағай булараҡ теркәлгән. 1795 й. 36 йортта 231 кеше йәшәгән, 1865 й. 68 йортта — 583 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете теркәлгән. Ғ.С.Иҫәнғолова, Ғ.Ғ.Йосопов, Б.З.Рафиҡов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019