Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШРЕМСТРОЙ”, предприятие

Просмотров: 783

“БАШРЕМСТРОЙ”, ЯСЙ. Торлаҡ йорттар, сәнәғәт һәм социаль‑мәҙәни тәғәйенләнешле объекттарҙы төҙөү һәм ремонтлау эштәрен башҡара. Өфө ҡ. урынлашҡан. 1999 й. 58 кеше эшләгән.

 1964 й. 9 ремонт ойошмаһы һәм 5 хужалыҡ иҫәбендәге участка базаһында “Б.” республика ремонт-төҙөлөш тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1975 й. ПБ‑ға үҙгәртелә, 1991 й. алып дәүләт кооператив предприятиеһы, 1993 й. — дәүләт предприятиеһы, 1995 й. башлап ААЙ, 2016 й. — хәҙерге статусын ала. 2000 й. ҡарата “Б.” тарафынан Бөрө ит комбинаты, Белорет, Бөрө һәм Бәләбәй кирбес заводтары, Баҡалы районы Баҡалы а. икмәк ҡабул итеү пункты, 6200 урынға мәктәптәр, 1590 урынға балалар баҡсалары һәм яслеләр, 640 урынға дауаханалар, 116 мең м2 торлаҡ һ.б. объекттар төҙөлә; Опера һәм балет театры бинаһы яңыртып ҡорола.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.05.2023