Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШСТРОЙКОНСТРУКЦИЯ”, предприятие

Просмотров: 645

“БАШСТРОЙКОНСТРУКЦИЯ”, ЯСЙ, төҙөлөш компанияһы. Торлаҡ һәм социаль‑мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар төҙөүҙе тормошҡа ашыра. Өфө ҡ. урынлашҡан. 2010 й. 12 кеше эшләгән.

 1964 й. Өфө тимер-бетон заводы №2 базаһында төҙөлөш конструкциялары һәм төрлө ҡоролмалар өсөн деталдәр етештереү буйынса “Башжелезобетон” ПБ булараҡ нигеҙ һалына. ПБ составына Башҡортостан карьер идаралығы, Күмертау тимер-бетон заводы, Мансур төҙөлөш материалдары комбинаты, Өфө тимер-бетон заводы №1, Салауат тимер-бетон заводы, Стәрлетамаҡ тимер-бетон заводы №1 инә. 1979 й. алып “Б.” комплектлау тресы, 1988 й. — “Б.” ПБ, 1993 й. — дәүләт предприятиеһы, 1998 й. — ДУП, 2004 й. — ААЙ, 2015 й. башлап хәҙерге статусын ала. 80‑се йй. “Б.” төҙөлөп ятҡан объекттарҙы комплектлауҙың автоматлаштырылған системаһы эшләнә, эсе ҡыуыш түшәм плиталарын ҡалыпһыҙ етештереү һ.б. үҙләштерелә.

М.Ф.Краснопёров

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.07.2023