Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШВОДМЕЛИОРАЦИЯ, ДУП

Просмотров: 635

“БАШВОДМЕЛИОРАЦИЯ” проект-төҙөлөш-эксплуатация берекмәһе, ДУП. Гидромелиоратив системаларҙы һәм һыу хужалығы объекттарын, ш. иҫ. 37 һыуһаҡлағыс, 24 быуа һәм гидротехник ҡоролма, 40 һуғарыу системаһы, 200 км а.х. һыу үткәргесе төҙөү, эксплуатациялау һәм ремонтлауҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. Составында 11 филиал, 12 механизацияланған отряд, 5 айырым бүлек бар. 2010 й. 920 кеше эшләгән. 1930 й. “Мелиоводстрой” тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1955 й. алып “Мелиоводстрой” төҙөлөш‑монтаж контораһы, 1966 й. — “Башмелиоводстрой” тресы, 1988 й. — “Б.”, 1996 й. хәҙ. статусын ала, 2003 й. — “Башмелиоводхоз” идаралығы. 1966—99 йй. “Б.” тарафынан 200,7 мең га һуғарыулы һәм 38,5 мең га киптерелгән ер файҙаланыуға тапшырыла, 42,5 мең га ерҙә һуғарыу системалары комплекслы үҙгәртеп ҡорола, 4 балыҡ хужалығы, 450 быуа һәм һыуһаҡлағыс төҙөлә, һыу м‑н тәьмин итеү өсөн яҡынса 9 мең скважина быраулана, 3,6 мең км һыу үткәргес эшләнә һ.б. Халыҡ‑ара һәм бөтә Рәсәй күргәҙмәләренең миҙал һәм дипломдары м‑н бүләкләнгән (2000—11).

Тәрж. Г.Ғ.Ғәлиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: