Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДМИТРИЕВКА, Благовар р‑нындағы ауыл

Просмотров: 636

ДМИТРИЕВКА, Благовар р‑нындағы ауыл, Дмитриевка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 55 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 16 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 41 кеше; 1939 — 147; 1959 — 243; 1989 — 296; 2002 — 341; 2010 — 362 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Первомайск урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙендә Дмитриевский ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 30‑сы йй. Бүздәк с‑зы ойошторолғас, с‑здың Дмитриевский бүлексәһе ҡасабаһына үҙгәртелә. 1934 й. алып БашҮБК ис. с‑здың Дмитриевский бүлексәһе ҡасабаһы. 1993 й. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: