Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШКИРСКАЯ 10, ужым бойҙайы сорты

Просмотров: 909

БАШКИРСКАЯ 10, ужым бойҙайы сорты. 2006 й. Н.И.Лещенко, Ә.Х.Шакирйәнов, В.А.Мызгаева, С.А.Ҡунаҡбаев, Ә.И.Йосопова, Г.Р.Ҡарасурина, Н.В.Колесникова, Ф.Х.Хәбибуллин (БНИИСХ) тарафынан Алабасская, Донская полукарликовая, Мироновская юбилейная, Лютесценс 2949, Одесская 51 сорттарын баҫҡыслы гибридлаштырыу ысулы м‑н сығарылған. Һабағының бейеклеге 75—110 см. Башағының оҙонлоғо 9—11 см, аҡ, эре, уртаса тығыҙлыҡта, ҡылсыҡһыҙ. Орлоғо йомортҡа формаһында, ҡыҙыл. 1000 орлоғоноң ауырлығы 35—43 г. Аҡһым миҡдары 13,5—17,2%, елемсә — 24,0—35,9%. Сорт ҡышҡа, ҡоролоҡҡа сыҙамлы, йығылыуға сыҙамлылығы юғары; онло ысыҡ, һоро тутҡа сыҙамлылығы уртаса, саң тороно һәм ҡаты торон м‑н зарарланмай. Вегетация осоро 317—327 көн. Уңдырышлылығы (ц/ га): 34,9 (Баҡалы сорт һынау участкаһы, 2008—09), 47,8 (Балтас сорт һынау участкаһы, 2009), 58,4 (Үҫемлекселек селекцияһы үҙәге, 2008). БР б‑са 2010 й. ҡулланылышҡа индерелгән, Урал алды дала зонаһында һәм көньяҡ урман‑дала зонаһында үҫтерелә.

Н.И.Лещенко

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019