Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШКИРСКАЯ 24, бойҙай сорты

Просмотров: 738

БАШКИРСКАЯ 24, яҙғы йомшаҡ бойҙай сорты. 1990 й. Е.П.Чунин, В.И.Никонов, Ю.Б.Колюкаев, М.А.Лоҡманова, Т.П.Тищенко (БНИИЗиС) тарафынан урындағы селекцияның Саратовская 46 яҙғы йомшаҡ бойҙай һәм Л 87 яҙғы ҡаты бойҙай сорттарын һеркәләндереү юлы м‑н алынған гибрид популяцияһынан индивидуаль һайлап алыу ысулы м‑н сығарылған. Һабағы төҙ, бейеклеге 1 м тиклем. Башағы оҙонса, призма формаһында, 10—11 см оҙонлоҡта, тығыҙлығы уртаса, ҡылсыҡһыҙ. 1000 орлоғоноң ауырлығы 33—50 г. Аҡһым миҡдары 13,5—16,5%, елемсә — 28—31%. Сорттың йығылыуға сыҙамлылығы уртаса, орлоғо ҡойолоуға сыҙамлы. Ҡоролоҡҡа сыҙамлылығы уртаса. Саң тороно һәм ҡаты торон м‑н зарарланмай, онло ысыҡ һәм һоро тут м‑н аҙ зарарлана. Вегетация осоро 80—93 көн. Уңдырышлылығы 28 ц/ га (Хәйбулла сорт һынау участкаһы, 1992). БР б‑са 1994 й. ҡулланылышҡа индерелгән, көньяҡ урман‑дала зонаһы һәм Урал алды дала зонаһында үҫтерелә.

В.И.Никонов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019