Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДАЛЛАКЯН Карлен Ашотович

Просмотров: 1339

ДАЛЛАКЯН Карлен Ашотович (17.4.1958, Баҡы ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1999), профессор (2003). Урал дәүләт университетын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1981) Ереван табиптар камиллаштырыу институтында, 1986—93 йй. Ереван урыҫ һәм сит телдәр педагогия институтында эшләй. 1999 й. алып ӨДНТУ‑ла уҡыта. 2001 й. башлап ӨЮИ‑ла эшләй: 2005 й. — гуманитар һәм социаль‑иҡтисади фәндәр кафедраһы мөдире, 2008—11 йй. — хоҡуҡ һәм иҡтисад факультеты деканы; бер үк ваҡытта 2002 й. алып Көнсығыш иҡтисад-юридик гуманитар академияһының дөйөм фәндәр кафедраһы профессоры. Фәнни тикшеренеүҙәре социаль экология һәм ихтыяр философияһы проблемаларына арналған.

  Х е ҙ м.: Воля как феномен энвайронментального отношения. Уфа, 1998; Новая цивилизационная парадигма. Уфа, 2015 (авторҙ.).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.03.2023
Связанные темы рубрикатора: