Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШПЛОДОРОДИЕ”, предприятие

Просмотров: 1009

“БАШПЛОДОРОДИЕ”, дәүләт пр‑тиеһы. БР‑ҙың а.х. агрохимик хеҙмәтләндереүҙе ғәмәлгә ашыра, минераль ашламалар, үҫемлектәрҙе һаҡлау препараттарын һата; сәсеүлектәрҙе химик препараттар м‑н эшкәртеүҙе һ.б. башҡара. Өфөлә урынлашҡан. “Б.” составында Өршәк т. юл ст. урынлашҡан склад биналары булған производство базаһы бар. 2009 й. 71 кеше эшләгән. 1979 й. “Башкирсельхозхимия” респ. ПБ булараҡ нигеҙ һалына, 1997 й. алып “Б.” ДУП‑ы, 2003 й. хәҙ. статусын ала. 80‑се йй. пр‑тие респ. сәсеү майҙандарын тулы агрохимик хеҙмәтләндереүҙе башҡара (мең га): тупраҡҡа эзбиз индереү — 215, фосфорит оно м‑н ашлау — 27, тупраҡты культуралаштырыу — 140, пестицидтар м‑н эшкәртеү — 470; 500 мең т тиклем (йоғонто яһаусы матдә) минераль ашлама һ.б. һата. “Алтын көҙ” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә алтын һәм көмөш миҙалдар м‑н бүләкләнгән (Мәскәү, 2009). “Б.” м‑н В.Д.Недорезков эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019