Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АГРОХИМИК ХЕҘМӘТЛӘНДЕРЕҮ

Просмотров: 1709

АГРОХИМИК ХЕҘМӘТЛӘНДЕРЕҮ, тупраҡ, ауыл хужалығы продукцияһы, мал аҙығы, пестицидтарға һ.б. күпләп анализ үткәреүҙе; ашлама һәм пестицидтарҙы һөҙөмтәле ҡулланыу б‑са тәҡдимдәр эшләүҙе; агрохимик картограммалар төҙөүҙе; а.х. пр‑тиеларына үҫемлекселек һәм малсылыҡты химиялаштырыуҙа ярҙам күрһәтеүҙе; агрохимик белемде пропагандалауҙы үҙ эсенә ала. А.х. СССР‑ҙа 1964 й. ойошторолған берҙәм агрохимия хеҙмәте тормошҡа ашыра. Респ. А.х. м‑н дөйөм етәкселекте РФ һәм БР а.х. министрлыҡтары, фәнни-методик етәкселекте Ауыл хужалығын агрохимик тәьмин итеү үҙәк ин‑ты (Мәскәү) башҡара. БР агрохимия хеҙмәте составына “Башплодородие” ДУП‑ы, “Башҡортостан” агрохимия хеҙмәте үҙәге, “Ишембай” агрохимия хеҙмәте ст. һ.б. инә. А.х. проблемалары ш. уҡ Ауыл хужалығы институтында, Аграр университетта, Биология институтында өйрәнелә. 1965 й. алып респ. хужалыҡтарында һөрөнтө ерҙәрҙең әселеген (рН), серетмә, фосфор, калий һ.б. миҡдарын тикшереү үткәрелә, агрохимик картограммалар төҙөлә, тупраҡҡа эзбиз, гипс, фосфорит индереү һәм тупраҡты комплекслы культуралаштырыу башҡарыла (ҡара: табл.). Агрохимик тикшеренеү һөҙөмтәләре б‑са Асҡын, Балтас, Ҡариҙел, Мишкә, Нуриман р‑ндарындағы һөрөнтө ерҙәрҙең 90%‑ы юғары әселеккә эйә булыуы билдәләнә. Урал аръяғы дала зонаһы, төньяҡөнсығыш урман‑дала зонаһы, төньяҡ урман‑дала зонаһы тупраҡтарының еңел үҙләштерелеүсе фосфор м‑н тәьмин ителеү кимәле түбән (60—89%).

А.х. үҫеше Н.М.Козлов, К.З.Мәхмүтов, Л.П.Пузырёва, В.И.Пугачёв, В.А.Сосновский, Р.М.Таңбирҙина, Р.Ш.Хәмиҙуллин, В.Ғ.Яхина (“Башҡортостан” агрохимия хеҙмәте үҙәге); Н.Х.Жданов, В.Д.Недорезков (БДАУ); М.Ғ.Ғилметдинов, З.И.Исмәғилев (“Ишембай” агрохимия хеҙмәте ст.); А.Х.Ноғоманов, Р.З.Рьянов (Үҫемлектәрҙе һаҡлау станцияһы) һ.б. эшмәкәрлеге м‑н бәйле.

Әҙәб.: Система ведения агропромышленного производства в Республике Башкортостан. Уфа, 1997.

 В.М.Вәлиев, М.Ҡ.Харисов

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019